Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Сира фәне




Алдағы дәрестәребеҙҙә беҙ Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тураһында күп нәмәләр һөйләнек, ә уның биографияһына айырым дәрес тә арнағайныҡ. Ул дәрестә беҙ Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормошон, йәғни сираһын ҡыҫҡаса ғына һөйләп киттек. Ошо дәрестә беҙ сира тигән фәнде тағы ла иҫкә алабыҙ. Аңлауығыҙса, сира фәне Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тыуған көнөнән алып Раббыһы хозурына киткәнсе нисек йәшәгәнен, ни өйрәткәнен, ни һөйләгәндәрен аңлата. Шулай итеп, хәҙис, тәфсир, аҡида, сира һәм башҡа дини фәндәрҙең ни тиклем тығыҙ бәйләнештә булыуын тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ. Бер фәнде яҡшы өйрәнеү икенсе фәндәрҙе аңларға ярҙам итә, уларҙың ниндәйҙер өлөшөн үҙ эсенә алып уҡыусының эшен еңеләйтә.

Сира фәненә ҡайтайыҡ. Был фән буйынса ла йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән китаптар яҙылған. Хатта үҙҙәре мосолман булмаған ҡайһы бер кешеләр ҙә Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тураһында китап яҙып ҡалдырғандар. Шуға күрә, сира фәне буйынса ниндәйҙер китаптар уҡыйбыҙ икән, уларҙың ҡайһылары ышаныслы, ҡайһылары үҙ эсенә тикшерелмәгән, хатта ялған һәм уйҙырмалы хәбәр алғанын беҙ яҡшы белергә тейешбеҙ. Был бик мөһим, сөнки Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер хәҙисендә «Кем дә кем минең турала ялған һөйләй, шул тамуҡта урынын алһын!» – тигән. Тимәк, беҙ Пәйғәмбәребеҙҙе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ни тиклем яратһаҡ та, уны ололайым, маҡтайым тип, уның турала булмаған нәмәләр һөйләргә тейеш түгелбеҙ. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күләгәһе булмаған тип, юҡ нәмә һөйләйҙәр. Бындай һүҙ танылған сира китаптарында юҡ, ә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хөрмәт итеү уның сөннәтен үтәүҙә тора, уның турала булмаған легендалар һөйләүҙә түгел. Шуға мосолман сираны танылған ышаныслы китаптарҙан өйрәнергә тейеш. Был китаптарҙың исемдәрен һәм уларҙың авторҙарын иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ: Ибн Һишәмдең «Сира» китабы, Ибн Кәҫирҙең «Әлфүсул фи сиратиррасүл» китабы, Ибн Ҡаййимдың «Зәдүл мәғәд» китабы. Быларҙың беренсеһе, йәғни ибн Һишәмдең сираһы, руссаға тәржемә ителгән, ләкин ябай кешегә уны уҡыуы ауыр. Шуға һеҙгә Сафиюррахман Мүбәрәкфури исемле ғалимдың рус телендә сыҡҡан «Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо» («Жизнь пророка Мухаммада») тигән китабын тәҡдим итер инем. Әлбиттә, был китаптар исемлеге тулы түгел, бынан башҡа яҡшы китаптар ҙа бар.





Сираны өйрәнгән мосолман үҙе өсөн күп нәмә аңлай – белеүегеҙсә, мосолман кешеһе өсөн беренсе үрнәк – ул Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Уның ошо дин өсөн нисек йәшәгәнен, нисек көрәшкәнен, ниндәй ҡыйынлыҡтар кисергәнен; ҡатындары, туғандары, балалары, кейәүҙәре, ейәндәре менән ниндәй мөғәмәләлә булыуын белмәй тороп, беҙ ысын мосолман портретын күҙ алдыбыҙға килтерә алырбыҙмы? Юҡ, әлбиттә, мөмкин түгел. Һәм беҙ Ислам динен аңлар өсөн теге йә был фәнде өйрәнергә тейешбеҙ тибеҙ икән, ул фәндең нисек башланып киткәнен дә белеү мөһим. Беҙ аңлатып киткән аҡида, тәджүид, тәфсир, фиҡһ, хәҙис фәндәре Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ваҡытында тыуған бит. Уларҙың барыһын да беҙ сира менән танышҡаныбыҙҙа күрәбеҙ. Мәҫәлән, «Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фәлән көндө сәхәбәләре менән һөйләшкән ваҡытта шулай тип әйтте», тиһәк, ниндәйҙер хәҙис өйрәнәбеҙ. Әгәр һүҙ Ҡөрьәндең аяты тураһында бара икән, был тәфсир фәненә инеп китә. Ә шул аятты нисек дөрөҫ итеп уҡыу тураһында һүҙ барһа, был тәджүид фәненең бер өлөшө була. Йәғни сираны уҡыған кеше бөтә ислам фәндәренән дә ниндәйҙер яңы мәғлүмәт ала, һәм был мәғлүмәттәрҙе тарихи тәртипкә теҙә. Ә ошо тарихи тәртип һеҙҙең белемегеҙ өсөн бик кәрәкле нәмә, сөнки Ислам дине тарихының башы уның уртаһы, ә уның уртаһы аҙағы менән бер түгел. Быны аңламаған кеше Ислам диненең стадияларын да аңламаҫ, һөҙөмтәлә үҙ тормошонда ла хаталар эшләр. Зүһрий исемле бер ғалимдың сира тураһында шундай һүҙе бар: «Сира – ул донъя һәм ахирәт фәне». Ғәли ибн Хөсәйен, Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ейәненең улы ла: «Беҙ пәйғәмбәребеҙҙең сираһын Ҡөрьән сүрәһен ятлаған кеүек ятлата торғайныҡ». Ҡыҫҡаһы, сираны үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла диҡҡәтле өйрәнер кәрәк, һәм ниндәйҙер күренекле кешенең биографияһы, һүҙҙәре, йәшәгән өйө, йөрөгән машинаһы менән ҡыҙыҡһынғансы, Аллаһы Тәғәләгә иң яҡын булған Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормошон өйрәнһәк ине...

Ун туғыҙынсы дәрес тамам.

20 се дәрес


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.008 сек.)Пожаловаться на материал