Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Тәфсир фәне




Тәфсир фәне. Бынан алда әйтеп киткәнсә, тәфсир һүҙе ғәрәпсәнән «аңлатма биреү, асыҡлау» тип тәржемә ителә. Исламда иһә был һүҙ менән Ҡөрьәнде аңлатыусы, асыҡлаусы фәнде атайҙар. Үткән дәресебеҙҙә беҙ хәҙистәр тураһындә һөйләшкәйнек. Хәҙистәр, йә иһә Пәйғәмберебеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәре Ҡөрьәнде аңлата ла инде. Пәйғәмбәребеҙҙең Ҡөрьәнде аңлатыусы иң бөйөк ғалим булыуы, хатта ғалимдарҙың уҡытыусыһы булыуы ғәжәйеп хәл түгел. Аллаһы тәғәлә Ҡөрьәнде Пәйғәмберебеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нәҡ үҙенә бирҙе лә инде! Бирҙе һәм уны кешеләргә аңлат тип бойорҙо. Бының турала Ҡөрьәндә шулай тиелә:

...Һәм кешеләргә иңдерелгән нәмәне уларға аңлатыу өсөн, һиңә Зикер (Ҡөрьәнде) иңдерҙек — моғайын, улар уйлап ҡарар! («Ән-нәхл» сүрәһе, 44 аят).

Шулай булғас, Ҡөрьәндең һәр аятында ни тураһында һүҙ барғанын иң яҡшы белгән кеше Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙе ине. Унан һуң – уның уҡыусылары, йә иһә сәхәбәләр. Тимәк, беҙ тәфсирҙе там булараҡ белергә теләһәк, теге йә был аят тураһында ниндәй хәҙис, йә ниндәй сәхәбә һүҙе барлығын өйрәнергә тейешбеҙ. Шулай итеп, тәфсир ғалимы – ул Ҡөрьәнде яттан белеүсе кеше генә түгел, ләкин Ҡөрьәндең һәр аятының тарихын, индерелеү сәбәбен, уның нимә тураһында һөйләгәнен белгән кеше. Әлбиттә ки, Ислам дине фәндәре бер береһе менән бәйле. Мәҫәлән, ғәрәп телен белмәйенсә, Ҡөрьән аяттарының нескәлектәрен аңлау мөмкинме? Юҡ, әлбиттә. Шулай уҡ, хәҙистәрҙе там белмәгән кеше Ҡөрьәнде нисек тәфсирләһен? Әлбиттә, тәфсирләй алмаясаҡ. Бынан тыш, беҙҙән алда йәшәгән ғалимдар тәфсир фәне буйынса ниндәй китаптар яҙған? Уларҙы уҡымайынса, ул ғалимдарҙың хеҙмәттәренә таянмайынса, беҙ теге йә был аяттың тәфсирен уйлап сығара алмайбыҙ, ундай хаҡыбыҙ ҙа юҡ. Ул тәфсир китаптары күп булған, ләкин иң дөрөҫтәре, иң таралғандары, мәшһүрҙәре һәм танылғандары ошо: Ибн Кәҫир, Ҡуртубий, Табарий, Джәләләйн, Суютый, Фәтхул ҡадир, Бәғәүий, Сәғдий. Быларҙан башҡа тәфсирҙәр ҙә бар, ләкин был фәнде аңлар өсөн ошолар ҙа етер ине. Тәфсир нисек ҡылыныуын яҡшыраҡ аңлар өсөн, «Фәтихә» сүрәһен иҫкә төшөрәйек. Был сүрә «Әлхәмдү лилләһи раббил ғәләмин» тип башлана. Тәфсир фәне ошо сүрә тураһында Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ни әйкәнен, «Фәтихә»нең ҡайҙа һәм ни өсөн уҡылғанын, уны уҡыған өсөн кешегә ниндәй сауаптар вәғәҙә ителгәнен һәм башҡа нескәлектәрҙе өйрәнә. Шуны ла өҫтәп әйтер кәрәк: һәр ғалимдың ниндәйҙер көслө яҡтары, йәғни яҡшыраҡ белгән фәндәре була. Ошо көслө яҡтарын ҡулланып, тел ғалимы «Фәтихә» сүрәһен филологик яҡтан, хәҙис ғалимы «Фәтихә» сүрәһе тураһында әйтелгән хәҙистәрҙе, аҡида ғалимы ошо сүрәнең мосолмандарҙың үҙаңына ниндәй файҙа килтергәнен аңлата... Ысынлап та, Ҡөрьән ул сиге-ҡырыйы күренмәгән океан кеүек, уның тәрән мәғәнәһен һәм гүзәллектәрен бөтә ғалимдар ҙа бергәләп аңлата башлаһалар ҙа, Ҡөрьәндең серҙәре бөтмәҫ ине.





Тәфсир фәненең бик әһәмиәтле булыуын шунан аңлайбыҙ: Ислам дине иң тәүҙә Ҡөрьәнгә таяна, ә Ҡөрьәнде аңлау тәфсир фәненә таяна. Тәфсирҙе аңлар өсөн, әлбиттә, был фәндең китаптарын уҡыу ғына етмәй, шулай уҡ уның ҡағиҙәләрен дә белер кәрәк. Юҡһа хәҙерге заманда ҡайһы бер кешеләр Ҡөрьәнде аңлатам тип төрлө мәҡәләләр йә китаптар яҙа, тапшырыуҙар яһай, ә үҙҙәре ғәрәп телен дә, хәҙистәрҙе лә, сираны, аҡиданы һәм башҡа фәндәрҙе лә белмәй. Ошо юл менән Ҡөрьәнде аңлатырға теләүселәр тураһында Әбү Бәкр тигән иң бөйөк сәхәбә ошолай тигән: «Аллаһы Тәғәлә китабы тураһында белмәгән нәмәмде һөйләһәм, ниндәй күк йөҙө мине ҡаплар, ниндәй ер мине үҙ өҫтөндә тотор!». Шулай Әбү Бәкр һәм Ғүмәр кеүек сәхәбәләр уларға «фәлән аяттың тәфсирен бир» тигәндә, артыҡ һүҙ әйтеп хата эшләргә ҡурҡҡандар – беҙ ҙә уларҙан өлгө алырға тейешбеҙ. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла Үҙ китабының асылын дөрөҫ аңларға ярҙам итһен, әмин.

Ун алтынсы дәрес тамам.

 

17-се дәрес


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.005 сек.)Пожаловаться на материал