Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Тәджүид фәне




Был дәрестә беҙ тәджүид тигән фәндең әһәмиәтен аңлатып китәбеҙ. Тәджүид – ул Ҡөрьәнде уҡыу ҡағиҙәләрен өйрәнгән фән. Тәджүид һүҙе ғәрәп теленән «нимәнелер яҡшы эшләү» тигәнде аңлата. Исламда иһә был һүҙ аҫтында Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп уҡыуҙы аңлайҙар. Аллаһы Тәғәлә китабын уҡыу – ул үҙе бер бөйөк ғибәҙәт. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер хәҙисендә шулай тигән: «Кем Аллаһы Тәғәлә китабынан бер хәреф уҡыһа, шуға ун изге эш яҙылыр. Мин «әлиф-ләм-мим» де бер хәреф тимәйем, ләкин «әлиф» бер хәреф, «ләм» дә бер хәреф, «мим» дә бер хәреф» тигән. Кемдер «Фәтихә» сүрәһен генә уҡып сыҡһа, унда күпме хәреф бар! Әлбиттә, бындай ҙур сауапҡа өлгәшер өсөн, Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡырға өйрәнер кәрәк. Ҡөрьәнде ғәрәп хәрефтәре менән, йәғни Аллаһы Тәғәлә нисек индергән, шул шәкелдә уҡый белеү – ул мосолман өсөн ҙур ниғмәт. Ләкин Ҡөрьәнде уҡыу ябай бер ғәрәп телендәге тексты уҡыу менән бер түгел, сөнки Аллаһы Тәғәлә китабының үҙенә күрә ҡағиҙәләре бар, ана шул ҡағиҙәләрҙе тәджүид фәне өйрәнә. Ҡөрьәндә ниндәй хәреф нисек әйтелә, ҡайһы осраҡта ул йотола, ҡайһы осраҡта икенсе хәрефкә әйләнә, Ҡөрьәнде уҡый башлағанда нимә әйтер кәрәк, ҡайһы аятты уҡығанда сәждә ҡылырға, Ҡөрьәндәге теге йәки был тамға нимә аңлатҡаны – былар барыһы ла ошо фәндең һорауҙары.



Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр тәджүид фәненә кәрәгенсә иғтибар бирмәйҙәр, йылдар буйы намаҙ уҡыһалар ҙа, Ҡөрьәнде ғәрәпсә өйрәнергә ашыҡмайҙар. Бынан алда беҙ әйткәйнек: Ислам дине фәндәре бер береһе менән бәйле, ниндәйҙер ғилемде аңламау икенсе ғилемгә лә насар тәьҫир итә. Миҫал килтерәйек: Ислам диненең беренсе рөкөнө – ул намаҙ. Ә намаҙ уҡыр өсөн тәһәрәт мәсьәләләрен генә белеү етмәй, шулай уҡ «Фәтихә» сүрәһен һәм башҡа ҡыҫҡа сүрәләрҙе лә дөрөҫ уҡый белер кәрәк. Әгәр кемдер сүрәләрҙе рус йә башҡорт хәрефтәре, йәғни транскрипция менән ятлаһа, ул Ҡөрьәнде акцент менән уҡыр һәм бәлки ниндәйҙер хата эшләр. Әлбиттә, тәү осорҙа был ҡуҡыныс түгел, сөнки бер кем дә беренсе көндән там уҡый башламаҫ, ләкин үҫешергә теләмәй яңылыш уҡып йөрөү кешенең үҙ диненә ҡарата вайымһыҙ булыуын күрһәтә. Йыш ҡына ҡайһы бер ҡәрҙәштәр «Фәтихә» сүрәһенең беренсе аятын ошолай итеп яңылыш уҡыйҙар: «Әлхәмдү лилләһи раббил ғәләмин». «Әлхәмдү» һүҙендәге «х» хәрефе рус йә башҡорт телендәге хәрефкә оҡшамаған. «Лилләһи» тигән һүҙҙе лә яңылыш әйтеүсе кешеләр күп, сөнки был һүҙҙә башҡортса йә татарса белмәгән кешеләр өсөн ят булған «һ» хәрефе бар. «Ғәләмин» тигән һүҙҙә куп кешеләр хата яһай, сөнки был һүҙҙең башындағы «ғәйн» хәрефе донъялағы бик һирәк телдәрҙә генә осрай...



Тәджүид фәненең кәрәклеген шунан да аңларға була: бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) «Һеҙҙең арағыҙҙа иң хәйерлегеҙ Ҡөрьәнде өйрәнгәнегеҙ һәм уны өйрәткәнегеҙ» тигән. Ҡөрьәнде өйрәнеү тик тәджүид фәненә генә бәйле булмаһа ла, беҙ Ҡөрьәнде уҡый белмәгән кешене тәфсир йә хәҙис ғалимы итеп күҙ алдынға килтерә алмайбыҙ.

Ғәҙәттә, тәджүид фәненең бер өлөшө ҡағиҙәләр өйрәнеүгә баҫым яһаһа, икенсе өлөшө уҡыусынан дөрөҫ уҡыуҙы нығыраҡ талап итә, ә ҡағиҙәне белеү әле дөрөҫ уҡыу тигәнде аңлатмай бит, сөнки ҡайһы бер кешеләрҙең һәләте булмағанлыҡтан уларҙың теге йә был хәрефтең әйтелешендә телдәре әйләнмәй. Быға ҡарамаҫтан, ундай уҡыусылар барыбер тырышырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер хәҙисендә шулай тине: «Ҡөрьәнде уҡыған кеше оҫта булһа, ул паҡ мөхтәрәм фәрештәләр менән булыр, ә кем дә кем уны ҡыйынлыҡ менән тотлоғоп укыһа, шул кешегә ике сауап яҙылыр». Әлбиттә, был хәҙистә бөтә көсө менән дөрөҫ уҡырға теләп тә, там булараҡ уҡый алмаған кеше тураһында әйтелә, ә үҙ вайымһыҙлығы арҡаһында насар уҡыған кеше тураһында түгел.

Ун бишенсе дәре тамам.

 

16-сы дәрес


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.006 сек.)Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав Пожаловаться на материал