Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Фиҡһ фәне




Был дәрестә беҙ фиҡһ фәне тураһында һөйләшәсәкбеҙ. «Фиҡһ» тигән һүҙ бороңғо ғәрәпсәнән «аңлау» тип тәржемә ителә. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) заманында был һүҙҙе ҡулланғанда, сәхәбәләр динде дөйөм булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тотҡандар, сөнки ул заманда дини белем аҡида, тәджүид, тәфсир, хәҙис кеүек айырым фәндәргә бүленмәгән. Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер заман үҙенең ике туған ҡустыһы Ибн Ғәббәс өсөн «Аллаһүммә фәҡҡиһһү фиддин» тип доға ҡылған. Йәғни «Эй, Аллаһ, уны дингә өйрәт» тип, Пәйғәмбәребеҙ Ибн Ғәббәстең дини белеме көслө булыуын Аллаһтан теләгән. Һәм ысынлап та, Ибн Ғәббәс был өммәттең иң беренсе һәм иң бөйөк ғалимдарының береһе. Ундай кешеләрҙе «фәҡиһ» тип атайҙар. Пәйғәмбәребеҙҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һуңғы тәүге осорҙа «фәҡиһ» һүҙе «белемеле кеше» тигән аңламға килһә, аҙағыраҡ был һүҙ менән Исламдың ҡануни яғын өйрәнгән кешене атай башлағандар. Сөнки «фиҡһ» фәне Ислам диненең ҡанундары һәм ҡәғиҙәләре, нимә ярай, нимә ярамай, нимә шөбһәле булғанын өйрәнгән предметҡа әүерелгән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, фиҡһ хәләл, хәрәм, мөстәхәб (йәғни хуп күрелгән), мәкрүһ (хуп күрелмәгән) әйберҙәрҙе һәм ғәмәлдәрҙе, шулай уҡ уларҙың дәлилдәрен ентекләп өйрәнә башлаған. Фиҡһты өйрәнгән кеше иң тәүҙә нисек бәҙрәфкә кереүҙән башлап, намаҙ уҡыу, зәкәт биреү, ураҙа тотоу, хаж ҡылыу, сауҙа итеү; хатта ғаилә, йәмғиәт, дәүләт эштәре менән нисек идара итеү кәрәклегенә тиклем өйрәнә. Фиҡһты белгән кешене мәҙәни йәмғиәттәге юрист менән сағыштырып була, юҡҡа ғына «фәҡиһ» һүҙен ҡайһы ваҡыт «дини юриспруденция белгесе» тип атамайҙар. Юридик белгестәрҙең төрҙәре күп булған кеүек, фәҡиһтәр ҙә белемдәре һәм кимәлдәренә күрә төрлө була: кемдер ябай мәҙрәсәлә генә фиҡһ уҡытыусыһы була алһа, башҡалар ниндәйҙер дәүләттең иң беренсе фәҡиһе, йәғни «ҡадийы» булып хеҙмәт итә. Ғәҙәттә ҡадий булған кеше ниндәйҙер ғаиләнең айырылышыу һәм мираҫ бүлешеү мәсьәләләрен генә ҡарамай, дәүләттең тышҡы сәйәсәте менән бәйле булған эштәренә лә үҙ баһаһын бирә.



Ислам диненең бөтә фәндәре кеүек үк, фиҡһ фәне лә башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнгән, сөнки тәһәрәт, намаҙ, зәкәт һәм башҡа ғәмәлдәр иң тәүҙә Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә таяна, тимәк тәфсирһеҙ һәм хәҙисһеҙ фиҡһ фәне ике күҙһеҙ кеше һымаҡ булыр ине. Тәфсир менән хәҙис үҙ сиратта ғәрәпсә өйрәнелә, шулай булғас, ғәрәп теленең әһәмиәтен тағы ла күрәбеҙ.



Фиҡһ фәнен өйрәнеүсе, өйрәтеүсе, системаға һалыусы ғалимдар күп булған. Уларҙың барыһының да исемдәрен һанап бөтөү мөмкин түгел, ләкин ҡайһы берәүҙәрен атап үтәйек: Әбү Хәнифә Ән-ноғман, Мәлик ибн Әнәс, Мөхәммәт ибн Идрис Әш-шәфиғий, Әхмәд ибн Хәнбәл. Былар иң мәшһүрҙәре, сөнки улар үҙҙәренең фиҡһ өйрәнеүҙәрен шул тиклем етди алып барғандар, уларҙың был эштәре һөҙөмтәһендә айырым китаптар һәм йәш ғалимдар үҫеп сыҡҡан. Был ғалимдарҙың күрештәрен сағылдырған фәтүәләр йыйынтыҡтарын «мәҙһәб» тип атайҙар. Шулай итеп, хәнәфи, мәлики, шәфиғи, хәнбәли мәҙһәбтәре барлыҡҡа килгән. Былар донъяла иң киң таралған һәм танылған сөнни мәҙһәбтәр. Бынан башҡа ла сөнни ғалимдар булғанына күрә, иң башта мәҙһәбтәр күберәк булған, ләкин уларҙың барыһы ла беҙгә килеп етмәгән – йә китаптары һаҡланып ҡалмаған, йә шул ғалимдарҙың уҡыусылары уларҙың фәтүәләрен яҙыр булмаған. Бәлки лә, ҡайһы мәҙһәбтәрҙең юғалыуы башҡа сәбәптәр менән бәйле. Мәҙһәб тигәс тә, шуны дөрөҫ аңларға кәрәк: ғалимдар ниндәйҙер күрештәрендә һәм фәтүәләрендә бер береһенән айырылһалар ҙа, улар үҙҙәре кеүек ғалимдарҙы хөрмәт итер, ярҙам күрһәтер, ололар булғандар. Беҙ атап үткән ике ғалим – Мәлик һәм Әш-шәфиғий ике ҙур дуҫ булған, бере береһенә ҡунаҡҡа йөрөгән; ә ғалим булып китмәҫ борон Әш-шәфиғий Мәликтең уҡыусыһы ине... Ҡыҫҡаһы, мосолман донъяһында яҡшы танылған дүрт фиҡһ мәҙһәбе бар, шуларҙың иң беренсеһе – хәнәфи мәҙһәбе, беҙҙең республикала (Башҡортостанда) рәсми мәҙһәб булып һанала.

Фиҡһты, ундағы хөкөмдәрҙе һәм уның дәлилдәрен өйрәнергә тырышайыҡ. Юҡҡа ғына Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) «Кемгә Аллаһы Тәғәлә изгелек теләй, шуға Ул дини белем бирә» тимәгән бит. Фиҡһ фәне буйынса рус телендә сыҡҡан ҡайһы бер китаптарҙы әйтеп китәйек, уларҙы мәсеттәр эргәһендәге магазиндарҙа табырға тырышығыҙ. Сәййид Сәбиҡ исемле ғалимдың «Фиҡһүссүннә» тигән китабы, Ибн Хәджәр Ғәсҡәләнийҙең «Бүлүғүл мәрам» китабы, Мүхәммәд Мүнәджидтең «70 вопросов о посте» тигән китабы, Албанийҙың «Описание молитвы Пророка» тигән китабы», Мәхмүд Тахмаздың «Ханафитский фикх в новом обличье» тигән китабы. Фиҡһ буйынса ҙур һәм бәләкәй китаптар күп булғанлыҡтан, уларҙың барыһын да әйтеп бөтмәнек, әлегә ошоларҙы уҡып сыҡһағыҙ ҙа, фиҡһ фәнендә ҙур аҙым яһаған булырһығыҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә белем юлдарын асһын, әмин!

Ун етенсе дәрес тамам.

 

18-се дәрес


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.008 сек.)Пожаловаться на материал