Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Шәһәдәттең шарттары




Был дәрестә беҙ, иншәллаһ, һәр мосолман өсөн бик мөһим нәмә тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ул да булһа – үҙ динеңде һаҡлап алып ҡалыу. Ислам динен ҡабул иткән кеше шуны аңларға тейеш: был дин – уны йәннәткә алып барыусы юл, һәм үҙ Исламыңды һаҡлап алып ҡалырға тырышырға, уны юғалтыуҙан ҡурҡырға кәрәк. Бының өсөн беҙ ислам динен юҡҡа сығарыусы нәмәләр тураһында белергә тейешбеҙ. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, «Лә иләһә илләллаһ» һүҙҙәре ҡабул булһын өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү кәрәк. Был шарттар үтәлмәй тороп, кеше мосолман була алмай. Ҡайһы бер ғалимдар «Лә иләһә илләллаһ» һүҙен, йәғни шәһәдәтте, асҡыс менән сағыштыра. «Лә иләһә илләллаһ» – ул йәннәт ишегенә асҡыс. Ә уның шарттары – асҡыстың тештәре кеүек. Һәм мәғлүм, тештәре булмаған асҡыс бер ишекте лә асмай. Тимәк, нимә ул «Лә иләһә илләллаһ» тигән шәһәдәттең шарттары? Икенсе төрлө итеп әйткәндә, Аллаһы Тәғәлә беҙҙең шәһәдәтте ҡабул итһен өсөн һәм беҙ мосолман булып һаналһын өсөн күңелебеҙҙә «Лә иләһә илләллаһ» һүҙҙәренә беҙ нисек ҡарарға тейешбеҙ?

1) Иң беренсенән, «Лә иләһә илләллаһ» тип әйтеүсе, йәғни шәһәдәт килтереүсе кеше был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тейеш. «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ икәнен бел!..» - тип бойорған Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә («Мөхәммәт» сүрәһе, 19 аят). Был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын белмәгән кеше (мәҫәлән, берәй урыҫ йә япон) «Лә иләһә илләллаһ» тип әйтһә, ул шундуҡ мосолманға әйләнеп китмәй. Алдағы дәрестәрҙә беҙ «Лә иләһә илләллаһ» һүҙҙәренең нимә аңлатыуы тураһында күп һөйләштек (мәҫәлән, ҡара: 3-сө дәрес – «Лә иләһә илләллаһ» мәғәнәһе»). «Лә иләһә илләллаһ» тигән кәлимә «Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ» тигәнде аңлата. Кем ул Аллаһ, кем ул илаһ, нимә ул ғибәҙәт – быларҙың барыһын да шәһәдәт килтереүсе кеше белергә тейеш. Йәғни, «Лә иләһә илләллаһ» тип әйттең дә, шунда уҡ мосолманға әйләндең, түгел. Был ниндәйҙер тылсымлы хәрефтәр түгелдәр.



2) Икенсенән, шәһәдәт килтереүсе кеше «Лә иләһә илләллаһ» төшөнсәһенә тулыһынса инанырға тейеш. Ул Аллаһы Тәғәләнең барлығында, берлегендә һәм Уның ғибәҙәткә лайыҡлы берҙән-бер илаһ булыуында шикләнергә тейеш түгел. «Мөьминдәр бары ошолар: улар Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә иман килтереп, аҙаҡ ул имандарына бер ниндәй ҙә шик тотмайҙар...» - тигән Аллаһы Тәғәлә («Бүлмәләр» сүрәһе, 15 аят). Ҡайһы ваҡыт үҙҙәрен мосолман тип һанаған кешеләргә дин тураһында һөйләй башлаһаң: «Аллаһы Тәғәлә әллә бар, әллә юҡ», - тип аптыраталар. Бындай ышаныу кешене мосолман итмәй. «Лә иләһә илләллаһ»тың хәҡиҡәтендә һис бер шик булырға тейеш түгел. Тимәк, берәй кеше: «Лә иләһә илләллаһ» тип әйтеп ҡуяйым әле, бәлки, теге донъя ысынлап та булһа, был миңә шәһәдәт булып яҙылыр», - тиһә, уның шәһәдәте ҡабул булмай.



3) Өсөнсөнән, кеше «Лә иләһә илләллаһ» тип әйткәс тә, шәһәдәттең кәрәклеген йөрәге менән ҡабул итергә тейеш. Йәғни, мәҫәлән, мин ышанам, ләкин миңә Аллаһы Тәғәлә кәрәкмәй, тиеүсе кеше мосолман түгел.

4) Дүртенсенән, «Лә иләһә илләллаһ» тип әйтеүсе мосолман Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итергә тейеш. «Мин барыһын да ҡабул итәм, ләкин Аллаһ ҡушҡан нәмәләрҙе үтәмәйәсәкмен», - тигән кеше әле мосолман түгел. Хатта, мин Аллаһҡа ышанам, Уның ҡанундарының дөрөҫ булғанын беләм, тиһә лә.

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән-Кәримдә Уға итәғәт итмәүселәргә, буйһонмаусыларға Ҡиәмәт көнөндә бер ниндәй ҙә ярҙам булмаясағын хәбәр итә: «Һеҙгә ғазап килмәҫ борон Раббығыҙға тәүбә итегеҙ һәм Уға буйһоноғоҙ, юҡһа һуңынан һеҙгә ярҙам итеүсе булмаҫ» («Төркөмдәр» сүрәһе, 54 аят). Был фани донъяла йәшәгәндә Аллаһҡа итәғәт итмәүсе, Уға буйһонмаусы, биш ваҡыт намаҙын уҡымаусы һәм башҡа әмер ителгән ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе үтәмәүселәр Ҡиәмәт көнөндә йәһәннәмгә төшәсәк.

5) Бишенсенән, «Лә иләһә илләллаһ» тип әйткән кеше Аллаһы Тәғәләнән башҡа бер кемгә лә, бер нәмәгә лә табынырға тейеш түгел. Тимәк, бер көн – Аллаһҡа, икенсе көн – Буддаға, өсөнсө көн, әйтәйек, ағасҡа ғибәҙәт иткән кеше мосолман булып һаналмай, бер ҡасан да. «Аллаһы Тәғәлә Үҙенә тиңдәш тотоуҙы ғәфү итмәй, әммә унан бәләкәйерәк гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше – оло ялған уйлап сығарыусы ул», - тиелә был турала Ҡөрьәндә («Ҡатындар» сүрәһе, 48 аят).

6) Алтынсынан, шәһәдәтте кеше ысын күңелдән, үҙ теләге һәм ихтыяры менән әйтергә тейеш. Юҡһа, кемдер ниндәйҙер мәнфәғәт эҙләп, йә ҡурҡышынан: «Мин «Лә иләһә илләллаһ»ты ҡабул итәм, мосолман булам», - тип алдаһа, был кешенең шәһәдәте ҡабул булмай. Хатта ул намаҙ уҡып, үҙен мосолман итеп күрһәтһә лә. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ваҡытында ҡайһы бер ғәрәптәр үҙҙәрен мосолман итеп күрһәттеләр, ләкин күңелдәрендә улар Пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһиссәләм) нәфрәт тойҙолар һәм уны күрә алманылар. Әммә, мосолмандарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай ике йөҙлө булып йөрөнөләр. Ундайҙарҙы монафиҡ тиҙәр. Монафиҡ – тыштан иманлы булып күренеп, күңелендә көфөр йөрөтөүсе кеше. «Кешеләр араһында ҡайһы берәүҙәр: «Беҙ Аллаһҡа һәм ахирәт көнөнә иман килтерҙек», - ти. Әммә улар иман килтереүселәр түгел. Улар Аллаһты һәм иман килтергән мосолмандарҙы алдарға теләй, әммә улар үҙ-үҙҙәрен генә алдағандарын аңламайҙар. Уларҙың күңелдәрендә – сир, Аллаһ уларҙың сирҙәрен арттырһын ине! Алдағандары өсөн уларға – интектергес ғазап!» - тиелә ундайҙар тураһында Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 8 – 10 аяттар).

7) Етенсенән, «Лә иләһә илләллаһ» тип әйтеүсе кеше был һүҙҙәргә ҡарата мөхәббәт тоторға тейеш. Йәғни, мәҫәлән, «Мин «Лә иләһә илләллаһ» төшөнсәһен ҡабул итәм, ләкин мин ислам динен яратмайым», - тиеүсе кеше әле Исламға кермәгән. Мосолман кеше Аллаһы Тәғәләне һәм Унан килгән бар нәмәне лә яратырға тейеш: Ҡөрьәнде, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәрҙәрен (уларға сәләм), Уның изге ҡолдары – фәрештәләрҙе һәм дингә ҡағылышлы башҡа бөтә-бөтә нәмәләрҙе лә. «Кешеләр араһында Аллаһтан башҡа бүтән илаһтарға табыныусылар бар. Аллаһты яратҡан кеүек, уларҙы яраталар. Әммә иман килтергән кешеләр Аллаһты нығыраҡ ярата», - тиелгән Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 165 аят).

Әгәр кеше «Лә иләһә илләллаһ» тип шәһәдәт килтергән һәм әле беҙ атап киткән шарттарҙы үтәгән икән, ул, тимәк, тәүхидкә ирешкән. Тәүхид – ул тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт итеү һәм Уның ғына ҡоло булыу. Тәүхид һүҙе ғәрәпсә «үәхид» һүҙенән килеп сыҡҡан, «үәхид» һүҙе иһә «бер» тигәнде аңлата. Тимәк, тәүхид – ул бер Аллаһы Тәғәләне генә үҙеңдең берҙән-бер Раббың итеп күреү. «Тәүхид» тигән һүҙҙе иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Мосолман кеше «ширк» һәм «тәүхид» тигән һүҙҙәрҙе яҡшы белергә тейеш. Ширк – ул тәүхидтең ҡапма-ҡаршылығы (ҡара: 5-се дәрес – «Ширк – Исламда иң ҙур гонаһ!»). Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ширктан һаҡлаһын һәм беҙҙе тәүхидкә ирештерһен ине! Амин.

Былар барыһы ла – шәһәдәттең ҡабул булыу шарттары. Улар үтәлмәһә, кеше мосолман була алмай. Ә мосолман булған кеше ошо шарттарҙың берәүһен булһа ла юғалтһа, ул ислам диненән сығып китә, йәғни кафырға әйләнә. Беҙҙе Аллаһы Тәғәлә кафыр булыуҙан һаҡлаһын!

Беҙҙең заманда күп мосолмандар иман шарттарын һәм иманды боҙоусы нәмәләр тураһында белмәй. Шул арҡала иманды юйыусы ғәмәлдәр ҡылалар. Мәҫәлән, кемдәрҙер ҡәберҙәргә барып, үлеләргә ялбара. Был иһә ширк була. Ә ширк – ул, белеүебеҙсә, ислам диненән сығарыусы нәмә. Мосолман кеше тик Аллаһы Тәғәләгә генә доға ҡылып, Унан ғына һорарға, Уға ғына ялбарырға тейеш. Үлеләр беҙгә ярҙам итә алмай. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: «Аллаһтан башҡа һиңә файҙа ла, зарар ҙа итә алмай торған нәмәләргә доға ҡылма. Әгәр һин быны эшләһәң, залимдарҙан булырһың!» («Юныс» сүрәһе, 106). Тағы ла: «…Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кешегә Аллаһ ожмахты тыйҙы. Уларҙың һыйыныр урындары – тамуҡ, һәм ул залимдарға ярҙам итеүсе юҡ!» («Аш табыны» сүрәһе, 72 аят). Кемдәрҙер иһә ендәргә, «өй эйәләренә», «һыу инәләренә» доға ҡыла, уларҙан ярҙам һорай. Был да – ширк.

Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә Мәккә мөшриктәрен күп тапҡыр иҫкә ала. Был мөшриктәр Аллаһы Тәғәләне таныһалар ҙа, Уға тиңдәш итеп тағы ла боттарға табыналар ине. Һәм уларға: «Һеҙ ниңә ошо таштарға һәм ағастарға табынаһығыҙ?» - тиелһә, улар: «Беҙҙе улар Аллаһы Тәғәләгә яҡынлаштырһындар өсөн генә уларға табынабыҙ», - тип яуап бирҙеләр. Йәғни, улар үҙҙәре менән Аллаһы Тәғәлә араһына ошо һындарҙы, боттарҙы (русса – идолдарҙы) «аралашсы» итеп ҡуйҙылар. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәлә менән бер рәттән улар башҡа илаһтарға табындылар. Шуға күрә лә Аллаһ уларға ут – тамуҡ вәғәҙә иткән. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе тамуҡтан – йәһәннәмдән һаҡлаһын!

Ислам диненән көфөрлөккә сығарыусы тағы бер нәмә – ул икенсе берәй динде дөрөҫ тип һанау. Аллаһы Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә шулай тине: «Әгәр бер кеше Исламдан башҡаны үҙенә дин итеп эҙләһә, унан был ҡабул ителмәҫ, һәм ул Ахирәттә отолоусыларҙан булыр» («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 85 аят). Йәғни, «Лә иләһә илләллаһ» һүҙе – ул тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт итеү, тик ислам динен генә дөрөҫ тип күреү һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһтың һуңғы илсеһе итеп таныу. Әгәр кеше ниндәйҙер бүтән берәй динде Исламдан өҫтөн ҡуя икән, тимәк, ул ислам диненән сығып китә.

Шулай уҡ ислам диненән сығарыусы тағы бер нәмә – ул йә Ҡөрьәндән, йә Аллаһтан, йә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) көлөү. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Әгәр уларҙан (монафиҡтарҙан) һораһаң, улар: «Беҙ тик мауыҡтыҡ һәм шаярҙыҡ ҡына», - тип әйтерҙәр. Әйт: «Аллаһтан, Уның аяттарынан һәм рәсүленән көлдөгөҙ түгелме ни?» Һәм ғәфү үтенмәгеҙ! Һеҙ иманығыҙҙан һуң кафыр булдығыҙ!..» («Тәүбә» сүрәһе, 65 – 66 аяттар).

Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, «Лә иләһә илләллаһ» һүҙҙәренә (шәһәдәткә) бик етди ҡарар кәрәк! Ошо һүҙҙәрҙе әйткән кеше иманлы була, әммә ләкин ул кеше шәһәдәттең шарттарын да үтәргә бурыслы. Шәһәдәттең бөтә шарттарын да үтәп, иманға эйә булған кеше иһә үҙ иманын һаҡларға тейеш. Иманға керҙем дә, унан бер ҡасан да кире сыҡмаҫмын, тип тынысланырға ярамай. Иманын юғалтыусы кешеләр күп. Шуға күрә иманды юйыусы ғәмәлдәрҙән һәм һүҙҙәрҙән Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаһын!

Алтынсы дәрес тамам.

7-се дәрес


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.016 сек.)Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав Пожаловаться на материал