Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Хикәйәттә аспектуаль мәғәнәләрҙе белдереүсе тел сараларының ҡулланылышы




Башҡорт телендә эйәһеҙ ҡылымдар, ҡылымдың эйәле формалары кеүек үк, түбәндәге аспектуаль мәғәнәләрҙе белдереүсе конструкцияларҙа ҡулланыла ала:

Эш-хәл, ваҡиғаларҙың башланып китеүе түбәндәге тел саралары ярҙамында белдерелә:

1) Аналитик юл, йәғни төп ҡылымдарға ярҙамсы ҡылымдар функцияһын үтәүсе функциональ ярҙамсы ҡылымдар эйәреп килеү юлы менән:

 

· -п/-ып/-еп аффикслы хәл ҡылым+ярҙамсы ҡылым функцияһын үтәүсе лексик мәғәнәһе эш-хәрәкәткә тотоноуҙы, нимәнелер эшләй башлауҙы белдереүсе ебәр, кит, башла ярҙамсы ҡылымдар яһаған аналитик конструкция ярҙамында яһала: яҡтырт-ып китте, ирет-еп ебәрҙе, еллә-п ебәрҙе.. Мәҫәлән: Хәтереңдәлер, ҡапыл иретеп ебәреп,тотош донъяны һыу баҫты (Т.Ғарипов). Хасбулат олатай, төтөнлөккә сыбыҡ-сабыҡ ырғыты-ырғыта, һалмаҡ, уйсан ғына тауыш менән һөйләп китте. (З.Биишева). Һөнәрсеһен юғалтыу ҡайғыһын арынып та етмәҫтән, Өйрәнсек тағы көршәктәр менән һатыу итә башлаған.Батшаның кәниҙәктәре лә инде һыуҙы алтын һауыттарҙа ғына түгел, ә Өйрәнсектең мөғжизәләре көршәктәре менән генә ташый башлағандар. Был миҫалда ҡапыл рәүеше көтөлмәгәндә интенсив башланыуын белдерә.

· -а/-ә/-й; -рға/-ргә,-ырға/-ергә аффикслы инфинитив һәм башла, тотон, ебәр, бул кереш ярҙамсы ҡылымы ярҙамында: аяҙыт-а башланы, буранла-рға кереште, еллә-ргә тотондо, ирет-ергә тотондо, ҡалтырат-ырға кереште, дауылла-й башланы. Мәҫәлән: Закирҙың күңеле генән түгел, бөтә тәне ҡурылып киткәндәй булды. (З. Биишева). Әле генә энәнән-ептән сығып, келәм өҫтөндә наҙланып ултырған көршәктең тере сәскәләре мең төрлә нур бөркөп бейергә, ынйы бөртөктәре шикелле емелдәргә, ҡыуанып-кинәнеп көлөргә керешкән.



· -ә/-а аффикслы эйәһеҙ ҡылымға –штр, -ғола/-ғыла аффикстары һәм башла- ярҙамсы ҡылымы ярҙамында: сирләштерә башланы. Мәҫәлән: Аяҡтары ла, арҡалары ла сәнсештерә башланы (З.Биишева)

Рәшит Солтангәрәевтың «Һайланма әҫәрҙәр» китабынан миҫалдар.

1) -п/-ып/-еп аффикслы хәл ҡылым+ярҙамсы ҡылым функцияһын үтәүсе лексик мәғәнәһе эш-хәрәкәткә тотоноуҙы, нимәнелер эшләй башлауҙы белдереүсе ебәр, кит, башла ярҙамсы ҡылымдар яһаған аналитик конструкция:

Әсәйем, быларҙың килеүен ишетеү менән ауылына ҡайтып китә. Һәр доклад байрам мотлаҡ рәүештә сәйәси доклад менән башланып китә. Аҡ балсыҡ менән ағартылған стенала әҙәмдәр килеп сыға, һөйләшә, һуғыша башлай. Шулай ултыра-атлай бара торғас, әсәйем ял иттермәй ҙә башланы, иртәрәк барып етәйек,ти. Ҡапыл күкте гөрөлдәтеп түбән генә осҡан самолет килеп сыға. Икәүҙең береһе күҙ асып йомғансы ышыҡҡа ташлана, ергә һуҙылып ята. Бына янғылыш һуғыш китә ике арала. Нефть институтына бер ынтылыуҙа уҡ инеп китте. Штабтары беҙҙең мәктәпэргәһендә генә-клубта,көнө буйына ҡайнашалар, шунан теҙеп алып сығып китәләр. Оло тәнәфес етеү менән, быларҙы сығарып теҙәм. Шунан «В две шеренга стройся» тип ебәрәм дә алып сығып китәм. Ошо мәлдәрҙе иҫемә төшөрһәм, әле лә тәндәрем земберләп китә.



 

2) -а/-ә/-й; -рға/-ргә,-ырға/-ергә аффикслы инфинитив һәм башла, тотон, ебәр, бул кереш ярҙамсы ҡылымы ярҙамында:

 

Клуб эсендә күңеллерәк уйнарға тотондоҡ. Шулай ҙа кеше тынынан тора-бара тамсылар тама башлай. Ауылдан сығып бер саҡрым үттеме, юҡмы, үкендерә башланы: ниңә һыуҙы күберәк эсмәнем икән, иҫәр. Ни тип өгөтләгәнмендер, Ҡотдос уҡырға йөрөй башланы. Командир быларға винтовканы һүтеп-йыйырға өйрәтергә кереште. Исҡужиндың беҙҙе күреп ҡалыуы булды, атын ҡамсылай башланы. Улар Аллаға ҡаршы һүҙ һөйләй, шул һүҙҙәрҙе тыңлай, аяғында сисмәйенсә, тәһәрәт алмайынса аяҡ баҫмай торған урында шағараҡ ҡороп, төрлө уйындар ойоштора башлайҙар. Шуларға күҙ ҡыҙҙырып йөрөй торғас, үҙебе ҙә ғәсҡәр ҡорорға булып китек. Һарай эсенә индек тә уйнай башланыҡ. Нисәмә йыл буйына ҡороп кипкән һалам, шуны ғына көткәндәй, яна ла башланы. Был бахырың кәүҙәһенә көсө етмәй генә ятҡан икән, баҫҡас, биргән аҙыҡты ашарға тотондо.Көрәктәр алып күмәкләп тауға киттек, юл әрсергә тотондоҡ.Ҡар йоҡара, һыйыр ҙа үҙенең ҡайҙа барғанын аңлай башланы. Тора-бара мал ҡарау, утын, бесән әҙерләү тулыһынса минең өҫкә төшә башланы. Кәзә бәрәсе бит йомшаҡ ергә аяҡ баҫтымы, эш боҙа башлай. Һуғыш осоронда тырмаға, һабанға һауын һыйырҙарҙы егә башланылар.

3) -ә/-а аффикслы эйәһеҙ ҡылымға –штр, -ғола/-ғыла аффикстары һәм башла- ярҙамсы ҡылымы ярҙамында:

Был меҫкен хәҙер һарай ҡыйығындағы иҫке һаламдарҙы аҡтарғылай башланы. Түбәһенә менеп тә етте, еҫкәнеп көҙгө ҡылғанды ҡырыштыра башланы. Өйөң һыуыҡ булғас, тышҡа сыҡтыңмы, шунда уҡ өшөттөрә башлай. Бына тора-баратормош тигеҙһеҙләнә башланы – фатир яғынан әйтәм инде.

 

 


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.006 сек.)Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав Пожаловаться на материал