Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Функциональ-семантик уратма булараҡ аспектуаллек




Билдәле булыуынса,ваҡиғаларҙың динамикаһын тыңлаусыға теүәл итеп еткереүҙә аспектуаль мәғәнәләрҙе белдереүсе тел саралары мөһим роль уйнай. Бындай телмйр берәмектәре үткән быуатта дөйөм тел ғилемендә аспектуаллек тип аталған катеория булараҡ ҡарала башланы. Тел ғилеменең аспектуаллек фукнционал-семантик категорияһын һәм уға нигеҙләнгән аспектуаллек функциональ-семантик уратма өйрәнеүсе бүлеге хәҙерге дөйөм тел ғилемендә аспектология тип аталған айырым тармаҡ булараҡ танылыу таба. Аспкетологияның тикшереү объекты булып эш-хәл, процесс һәм хәрәкәттең үтәлеү, башҡарылыу характерын, йәғни аспектуаль мәғәнәләрҙе, белдереүсе төрлө кимәлдәге-морфологик, синтаксис, лексик, лексик-грамматик, контекстуаль, ҡатнаш-вербаль саралар системаһы тора. Улар араһында үҙәк урынды ҡылымдың төр категорияһы һәм аспектуаль кластар (динамик, статик, сикләнгән/сикләнмәгән эш-хәл, хәрәкәтте белдереүсе ҡылым формалары) биләй.

Структураһы буйынса функциональ-семантик уратмалар ике типҡа бүленә: бер үҙәкле (моноцентик) һәм күп үҙәкле (полицентрик). Бер үҙәкле уратмаларҙа уның төп мәғәнәһен асуҙа ҡатнашҡан төрлө кимәлдәге вербаль саралар ошо мәғәнәне асыҡ сағылдырған бер үҙенсәлекле грамматик категория тирәһендә ойоша. Бындай грамматик үҙәге булмаған телдәрҙә уратма полицентрик формала була, йәғни төп мәғәнә башҡа кимәлдәге тел саралары системаһы аша белдерелә. Уларҙың айырым компоненттары ошо телдәге алда һанап үтелгән башҡа функциональ-семантик уратмаларҙың компонеттары менән уртаҡ була,киҫешә.

Төрлө ғаиләгә ҡараған телдәрҙә бер үк функциональ-семантик уратма ла был күрһәткес буйынса тап килмәҫкә мөмкин.Славян телдәре төркөмөнә ҡараған рус телендә аспектуаллек бер үҙәкле категорияға инә һәм уның үҙәген ҡылымдың сикләнгәнлек/сикләнмәгәнлек төр категорияһы биләй. А.В. Богдаренко сикләнгәнлек/сикләнмәгәнлек категорияһына түбәндәге аңлатманы бирә: Эш-хәрәкәттең сиккә ҡарата төрлө типтағы мөнәсәбәтен берләштергән һәм бер үк ваҡытта шул мөнәсәбатте сағылдырыуға хеҙмәт иткән теге йәки был сараларын үҙ эсенә алған уратма.



Күреүебеҙсә, ғалим лимитативлыҡ термины аҫтында аспектуаллектең төп семантик категориялары булған сикләнгәнлек һәм сикләнмәгәнлек төшөнсәләрен берләштерә. Башҡорт тел ғилемендә оҙаҡ йылдар аспектуаль мәғәнәләрҙе белдереүсе тик аналитик һәм синтетик саралар, улар ҙа ҡылымдың морфологик категориялары сиктәрендә генә ҡарала килде. Башҡа кимәлдәге вербаль саралар аспектуаллек функциональ-семантик категория компонеттары булараҡ һуңғы йылдарҙа ғына өйрәнелә башланы. Морфологик категория булараҡ төр категорияһының башҡорт телендә булыу-булмауы, уның структураһы, ҡылымдың башҡа морфологик категориялары менән мөнәсәбәте һәм аспектуаллекте белдереүҙең башҡа төр функциональ-семантик саралары мәсьәләләре лә һуңғы йылдарғаса бөтөнләй ҡуйылманы.



Хәлдең бындай торошон Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы тип аталған академик хеҙмәттә төрьяһалыш проблемаһының үҙенсәлекле ҡуйылышы менән аңлатырға мөмкин. Был етди академик хеҙмәттә төр категорияһына бәйле айырым бүлек бөтөнләйгә юҡ, төрьяһалыш проблемалары ҡылымдарҙың яһалышы бүлегендә генә ҡаралып китә. Башҡорт телендә эш-хәл, хәрәкәттең ҡабатланыуын һәм интенсивлығы артыуын йәки кәмеүен белдереүсе лексик-грамматик категориялар аспектуаллек функциональ-семантик уратмаһының үҙ-ара киҫешеүсе үҙенсәлекле үҙәген барлыҡҡа килтерә. Башҡа аспектуаль мәғәнә биҙәктәрен белдереү өсөн айырым аффикстар, тимәк, грамматик йәки лексик-грамматик категорияларҙа юҡ, шуға ла был мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар аспектуаллек функциональ-семантик уратманың периыериялағы компонеттарын тәшкил итеп, үҙ-ара күп тапҡыр киҫешеүсе ҡатмарлы структура барлыҡҡа килтерә.

Әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап:

1) Функциональ грамматика тел системаһындағы телмәр йөкмәткеһен тапшырыуҙа ҡатнашыусы төрлө кимәлдәге тел берәмектәре менән үҙ-ара бәйләнешле грамматик берәмектәрҙең функционировать итеү законлыҡтарын һәм ҡағиҙәләрен асыуға нигеҙләнә һәм тел берәмектәрен сараларҙан-функцияға ғына түгел, ә функциянан-сараларға йүнәлешендә лә тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Ул тел күренештәре семантикаһы һәм функционировать итеү законлыҡтарын тығыҙ бәйләнештә өйрәнеүгә ҡоролған.

2) Функциональ-семантик уратма телдәге бер үк семантик өлкәгә ҡараған лексик, лексик-грамматик һәм һүҙъяһалыш элементтары менән тығыҙ бәйләнештәге грамматик саралар ярҙамында формалаштырылыусы ике яҡлы берлек.

3) Донъя телдәрендә аспектуаллек, темпораллек,таксис, персоналлек, модаллек, компаративлыҡ, локативлыҡ һ.б. функциональ-семантик уратмалар бар.

4) Уратмалар бер үҙәкле һәм күп үҙәкле структур типҡа бүленә. Аспектуаллек рус телендә бер грамматик үҙәкле функциональ-семантик уратмаға ҡарай.


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.006 сек.)Пожаловаться на материал