Студопедия

Главная страница Случайная страница

КАТЕГОРИИ:

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Функциональ грамматиканың тикшереү предметы һәм объекты




РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ФӘН ҺӘМ МӘҒАРИФ

МИНИСТРЛЫҒЫ

ЮҒАРЫ ҺӨНӘРИ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ ҺӘМ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ»

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЛИАЛЫ

Башҡорт филологияһы факультеты

Башҡорт теле кафедраһы

 

Реферат

Тема: Эш- хәрәкәттең башланыуын белдереүсе саралар

 

 

Башҡарҙы: башҡорт филологияһы

факультетының көндөҙгө бүлек

3 курс БИН31 төркөмө студенты

Үҙәнбаев Зимфир Йәмил улы

Ғилми етәксеһе: филол. ф. канд.,

доцент Абуталипова Р. Ә.

 

 

СТӘРЛЕТАМАҠ – 2015

Башҡорт телендә һәм рус телендә ярайһыу ғына өйрәнелгән. Был проблема Рәшит Солтангәрәев материалында әлегә бөтөнләй өйрәнелмәгән. Тикшереү эшендә ошо теманы күпмелер кимәлдә асыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Эшебеҙ темаһынан актуаллеге һәм яңылығы менән билдәләнә. Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстарҙы хәл иттек:

1) Ғилми әҙәбиәт буйынса эш-хәрәкәттең башланыуын белдереүсе тел сараларын өйрәнеү

2) Рәшит Солтангәрәевтың һайланма әҫәрҙәрендә шуларҙы табыу

Функциональ грамматиканың тикшереү предметы һәм объекты

Һуңғы йылдарҙа тел күренештәрен функциональ-семантик күҙлектән өйрәнеү төп ғилми тикшеренеү методтарының береһе һанала. Д.Н. Насилов билдәләүенсә, был метод телдең коммуникатив функцияларын бөтә тулылығында тикшереүгә йүнәлтелгән тел структураһындағы төрлө ҡатламдарҙы үҙ-ара йоғонтоһоноң динамик аспекттарын иҫкә алған грамматик теорияны эшкәртеүгә булышлыҡ итә.



Функциональ грамматикаға нигеҙ һалыусы тел белгестәре был термин аҫтында: а) тел системаһындағы телмәр йөкмәткеһен тапшырыуҙа ҡатнашыусы төрлө кимәлдәге тел берәмектәре менән үҙ-ара бәйләнешле грамматик берәмектәрҙең функционировать итеү законлыҡтарын һәм ҡағиҙәләрен асыуға нигеҙләнгән. б) тел берәмектәрен сараларҙан-функцияға ғына түгел, ә функциянан-сараларға йүнәлешендә лә тикшереүҙе үҙ эсенә алған грамматиканы ҡарайҙар.

Функциональ грамматиканың үҙенсәлеге грамматиканың семантик категоряларын һәм семантик функцияларын төрлө кимәлдәге тел сараларын берләштереүсе нигеҙ итеп комплекслы һәм интеграциялы ҡарауҙа. Вербаль сараларҙы бындай күҙлектән ҡарау һөҙөмтәһендә лингвистик анализ төрлө кимәлдәге элементтарҙың үҙ-ара йоғонтаһон өйрәнеүгә йүнәлтелә.Функциялар тел берәмектәренең мәғәнәһе менән бәйләнештә тикшерелә: теге йәки был форманың функцияһын өйрәнеү уның мәғәнәһен анализлауҙы үҙ эсенә ала.



Семантик категорияларҙы өйрәнеү функциональ грамматика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Теге йәки был семантик категорияны тикшереү, уның предметын асыҡлауға башлап, анализдың мәжбүри рәүештә семантиканан уны белдереүсе сараларға табан йүнәлтелгән булыуын талап итә. Шулай ҙа ғилми тикшеренеүҙең айырым этаптарында анализ формаларҙы тикшереүҙән мәғәнәһе асыҡлауға ҡоролған булырға мөмкин. Шулай итеп, функциональ грамматика тел күренештәренең семантикаһын һәм функционировать итеү законлыктарын тығыҙ бәйләнештә өйрәнеүгә ҡоролған грамматика.

Функциональ грамматиканың бер төрө функциональ-семантик категорияларға нигеҙләнә. Был типтағы функциональ грамматика ҡоролошоноң төп принцибы булып теге йәки был тел системаһындағы функциональ-семантик уратмаларҙы өйрәнеү тора.

Функциональ-семантик уратма – ул теге йәки был телдәге бер үк семантик өлкәгә ҡараған лексик, лексик-грамматик һәм һүҙъяһалыш элементтары менән тығыҙ бәйләнештәге грамматик саралар ярҙамында формалаштырылыусы ике яҡлы берлек термины өс үлсәмле арауыҡ идеяһына бәйле: үҙәк һәм периферия- талғын күсеүҙәр-системалыобъектарҙың киҫешеү уратма структураһы теорияһыныңнигеҙен итә.

Телсе – функционалистар донъя телдәрендә аспектуаллек, темпораллек, таксис, персоналлек, модаллек, компаративлыҡ, локативлыҡ һ.б. функциональ-семантик уратмалар булыуын билдәләйҙәр.


mylektsii.ru - Мои Лекции - 2015-2018 год. (0.007 сек.)Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав Пожаловаться на материал