Студопедия

Главная страница Случайная страница

Разделы сайта

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ситса күлдәк

Ҡ апыл һ аҡ һ ыҙ итеп солан ишеген ҡ аттылар. Аһ -аһ, кем алай шар асыҡ йортҡ а? Гә ү һ ә р ғ ә ҙ ә тенсә урам яҡ тә ҙ рә һ енә кү ҙ атты. Йә сә ү еге лә ң келдә п тауыш бирер ине. Ҡ айһ ы яҡ тан килеп инде икә н был? Арауыҡ тағ ы елҡ апҡ анан тиһ ә ң, хә ҙ ер унан кем йө рө һ ө н?

Ул арала тегеһ е ишеккә тағ ы бер ҡ ағ ылып:

-- Хозяйка! – тип тә ебә рҙ е.

«Аһ, урыҫ шай…» Гә ү һ ә р итә гендә ге ҡ орама аҫ тынан шыуып сығ ып, кү ҙ алмаларын шө кә тһ еҙ ҙ урайтып кү рһ ә ткә н лупалы кү ҙ леген сисеп һ алды ла, оҙ аҡ ултырыуҙ ан ҡ атып киткә н билен ус һ ырты менә н ыуа-ыуа тышҡ а ың ғ айланы:

-- Иҙ у-иҙ у.

Сыҡ һ а урыҫ тигә не ҡ ап-ҡ ара башҡ орт, башҡ орт ҡ ынамы…

-- Бә -ә й, Ә крә м, һ ин тү геме?!

Был танырмы тигә ндә й ауыҙ ын йырып ө ндә шмә й торғ ан ир кө лө п ү к ебә рҙ е:

-- Мин шул, Гә ү һ ә р апай, танымай тораң мы!

Унан ҡ апыл иҫ енә тө шө п, ҡ улындағ ы тө ргә ген һ икә лтә ситенә ырғ ытты ла, ҡ абаланып ҡ уш усын һ уҙ ҙ ы:

-- Һ ауғ ынамы, Гә ү һ ә р апай.

Гә ү һ ә р ҙ ә туфанан тө шә һ алып ү ҙ енә һ уҙ ылғ ан ә ллә ни яҙ ыуҙ ар менә н сыбарланып бө ткә н ҡ атынҡ ы ҡ улдарҙ ы йылы устарына һ ыйҙ ырырғ а тырышып тотҡ оланы, улай ғ ына ла кү ң еле булмай, ирҙ ең ҡ аҡ са яурындарын ҡ осаҡ лап уҡ алды, арҡ аһ ынан тупылдатып һ ө йҙ ө. Бындай яҡ ынлыҡ, йылылыҡ тегеһ ен ебетеп ебә рҙ е. Яйһ ыҙ хә рә кә ттә р менә н ирекһ еҙ ҙ ә н һ ығ ылып сыҡ ҡ ан ике-ө с бө ртө к йә шен һ ыпырҙ ы, мышҡ ылдатып яҫ ы танауын тартты ла, ҡ аштарын тө йә биреп йә ллә нес итеп ҡ атынғ а тө бә лде:

-- Ә сә й ү леп киткә н икә н, Гә ү һ ә р апай, ә й… ең гә …

Гә ү һ ә р ҙ ә болдорона терә леп яулыҡ осо менә н ауыҙ ын ҡ аплағ андай итте:

-- Шулайтты шу… Былтырлы-быйыллы ауырыны бит. Ҡ алайтаң, туҡ һ анды ү ткә йне инде, барыбыҙ ҙ а бара торғ ан ер тигә ндә й…

-- һ ы-ы… - Ә крә мдең был темағ а һ ү ҙ е лә, фаразы ла юҡ ине, кү рә һ ең, ауыр һ улап ҡ ына ҡ уйҙ ы.

-- Ү ткә нсе иҫ е дө рө ҫ булды былай, һ ин тине лә һ ин тине, бахыр. Ней хә бә р итергә адрес-фә лә нең де лә белгә н кеше юҡ, «ана килә лә бына килә» тип ә ү рә ткә н булдыҡ та, аң ламағ ан тейһ ең ме, белгә ндер инде… ә сә й бит… балаһ ы булғ асың кө ткә ндер…

Гә ү һ ә р хә бә ренә н туҡ тап ө нһ ө ҙ булып бер нө ктә гә текә леп торғ ан ирҙ е баштан-аяҡ кү ҙ ҙ ә н ү ткә рҙ е. Уның алдында ҡ асандыр ә змә ү ерҙ ә й таҙ а кө йө сығ ып киткә н ә ҙ ә м урынына бө гө н килеп ҡ арайып кибеп ҡ атҡ ан ир йораты баҫ ып тора ине. Мә скә й һ урғ андай һ арғ айғ ан йыйырсыҡ лы ҡ аҡ са йө ҙ гә, булғ ас булһ ын ә ле тигә ндә й, арҡ ыс-торҡ ос аҡ һ ыл-тө ҫ һ ө ҙ яра эҙ ҙ ә ре, сыйылғ ан-теленгә ндә н ҡ алғ ан йө йҙ ә р ө ҫ тә лгә н. Был йө йҙ ә р хатта таҡ ыр итеп ҡ ырылғ андан шытып килгә н шырт сә сле башта ла ағ арып кү ренә. Ҡ ул һ ырттары, белә ктә ре, хатта муйынының асыҡ урындарына ла һ ү рә ттә р тө шө рө лгә н ә ллә. Арыҡ кә ү ҙ ә гә эленгә н спорт костюмы ла ү ҙ енә оло ағ аһ ының кейемен кейгә н ү ҫ мер малай тө ҫ ө н бирә. Ҡ ыҫ ҡ аһ ы, ҡ асандыр кү ршеһ е булғ ан һ ө лө к кеү ек Ә крә мдең йә мһ еҙ кү лә гә һ е генә килгә н ине был кешелә. Ә бит заманында бар донъя уның алдындағ ы тә рилкә лә ятҡ андай ине…

-- Аһ -аһ, нишлә п урамда торабыҙ һ уң, ә йҙ ә ө йгә, Ә крә м, ә йҙ ә, - ҡ апыл ҡ алҡ ып һ икә лтә гә ү рмә лә й башлағ ан кү ршеһ ен сә йер ҡ унаҡ белә генә н ҡ ырҡ а тотоп туҡ татты ла, был ҡ ылығ ынан уң айһ ыҙ ланып китте:

-- Тышши извининий… Гә ү һ ә р ең гә, мин һ еҙ гә бер нә мә генә индереп сығ айым тип килгә йнем…

-- Ә йҙ ә һ уң, сә й артында…

Тегеһ е урынынан ҡ уҙ ғ алманы:

-- Юҡ, инеп тормайым, ең гә … уң айһ ыҙ булһ а ла…

Гә ү һ ә р ирҙ ең ниндә йҙ ер мө һ им нә мә ә йтергә телә гә нен аң лап киренә н болдорғ а сү гә лә не. Ә крә м ыҡ -мыҡ итте, һ ү ҙ ен нимә нә н башларғ а белмә й ыуаланды ла, ахырҙ а яйын таба алмай, бая ситкә һ алғ ан ҡ ағ ыҙ тө ргә ген шылдырҙ ы. Һ аҡ ҡ ына тө ргә кте асҡ ан ҡ атындың кү ҙ ҙ ә ре эстә ге ҡ ара ерлеккә зә ң гә рле-ҡ ыҙ ыллы милә ү шә лә р һ ибелгә н ситса тауарғ а тө штө.

-- Ҡ алай матур… - ү ҙ е бармаҡ остары менә н генә тауарҙ ы бер һ ыпырып, һ ораулы ҡ арашын Ә крә мгә кү тә рҙ е.

-- Матурмы, ең гә … Оҡ шағ ас һ еҙ гә булһ ын… - тамағ ына килеп тығ ылғ ан тө йө рҙ ө ың ҡ ылдатып йотоп ебә реп, шул тауарҙ ан кү ҙ ен ала алмағ андай теклә п һ ү ҙ ен дауам итте, - Ә сә йемә тип алғ айным… Ү лгә нен белмә гә йнем бит, бында килеп тө шкә с кенә ишеттем. Ә йткелә гә йне ү ҙ е… бер нисә тапҡ ыр инде… «Ситса кү лдә к кейҙ ерһ ә ң»тип… Ү ҙ ем дә уйлағ айным, матур тауар алып ҡ айтырмын да, һ еҙ ҙ ә н кү лдә к тектереп кейҙ ерермен тип… Булманы инде… Исмаһ ам һ еҙ гә булһ ын.

Гә ү һ ә р нимә ә йтергә лә белмә не, бер яҡ тан ү ҙ енә тә ғ ә йенлә нмә гә н бү лә ктең сараһ ыҙ ҙ ан килеп юлығ ыуын да аң лай, икенсе яҡ тан йә не ә рнеп торғ ан кешенең телә ген нисек кире ҡ аҡ маҡ кә рә к, ризалығ ын белдерә булып тубығ ына ятҡ ан тө ргә кте тағ ы ла тағ ы бер-ике ҡ ат һ ыйпап ҡ ына ҡ уйҙ ы.

-- Бына шулай, Гә ү һ ә р апай, судьба моя фартовая… да ладно. Ярай, ең гә, улай-былай аят-нә мә лә рҙ ә ә сә йҙ ең дә исемен ә йтеп ебә регеҙ инде, минең был ерҙ е оҙ аҡ тапайһ ы ҡ алманы, уны башҡ а кем иҫ лә һ ен. Ярай, ең гә, - унан ҡ апыл ғ ына кә йефе кү тә релгә ндә й булып, ә ртистә рсә кү крә генә усын ҡ уйып тороп баш эйгә н булды, - с наилучшими пожеланиями - хуш.

-- Ху-уш… - хислә неп киткә н ҡ атындың тауышы тын юлында ҡ ыҫ ылып, ишетелер-ишетелмә ҫ кенә сыҡ ты. Ир кеше ең ел кә ү ҙ ә һ е менә н ялан кә ртә не ялп итеп аша һ икереп тө шө п, бил тә ң гә ленә н ү ҫ кә н кесерткә нде йыра-йыра арт яҡ ҡ а ың ғ айланы.

 

Кү ршелә ге буш торғ ан йортҡ а улын эйә ртеп Нә ҙ ирә кү сеп килгә ндә, был ауылдың килене булғ ан Гә ү һ ә р, дү ртенсе балаһ ын тапҡ ан ине инде, «Килмә нем – ҡ айттым», - тип киҫ ә генә тө ҙ ә тте яң ы кү рше Гә ү һ ә р кеү ек ү ҙ ен танымағ андарҙ ы. Баҡ тиһ ә ң, ошо йортта йә шә п вафат булғ ан Муса ҡ арттың ҡ ыҙ ы булғ ан икә н, ҡ ырҙ а ун алты-ун ете йыллап ирҙ ә торғ ан. Ҡ айтыуының сә бә бен һ орағ ан-ниткә ндә ргә: «Ялан яғ ын яратманым, йә нем биҙ ҙ е», - тип аң латһ а ла, ҡ айһ ы берә ү ҙ ә р белепме-белмә йме: «Ире икенсе ҡ атынғ а ө йлә неп, быны айырып ебә ргә н икә н» тигә н хә бә р таратты. Нисек тә кү ршеһ е булғ ан ғ аилә менә н Гә ү һ ә р ҙ ә, ауыл ғ ә ҙ ә тенсә, аралашып-ҡ атнашып йә шә ргә ынтылды, урталағ ы ел ҡ апҡ а йә лп-йө лп итеп асылып-ябыла башланы.

Ике һ ыйыр, ат, бер-нисә кә зә -һ арыҡ эйә ртеп алып ҡ айтҡ ан Нә ҙ ирә нең ө й эсендә лә ҡ аралты-маҙ ары, һ ауыт-һ абаһ ы кү ҙ гә кү ренерлек кенә ине. Бығ а ла ә се теллелә рҙ ең ғ ә йбә те етте: «Нә ҙ ирә нә н бабайы мал-мө лкә тен вис биреп саҡ ҡ отолғ ан тей».

Тыуғ ан яғ ында һ игеҙ енсене тамамлап килгә н Ә крә м ары уҡ ып-нитеп торманы, колхозғ а мал ҡ арауғ а урынлашты ла, ҙ ур кирза итектә рен һ елтә п атлап ашыҡ май ғ ына һ ыҙ ғ ырып эшкә китер, һ ыҙ ғ ырып эштә н ҡ айтыр булды. Ә сә һ е һ ыйырының һ уң ғ ы тамсы эйендеһ енә тиклем тылҡ ып һ ауып, һ ә р тауығ ының йомортҡ аһ ын һ анап йыйып, һ арыҡ -кә зә һ е, ҡ аҙ -ө йрә ге ҡ айтмаһ а ө й беренсә йө рө п һ арайҙ ар тентеп булһ а ла эҙ лә п табып, эт артында һ ә лберә п торғ анды ө ҙ ө п алырҙ ай булып донъя кө ттө.

Кү рше-тирә һ енә лә бары һ ү ҙ гә генә йомарт булды Нә ҙ ирә. Эштә н арып ҡ айтып, инде алтау булып киткә н балаларын бағ ып, ире ҡ айтыуғ а нимә лер йү нә теп маташҡ ан Гә ү һ ә ргә лә ҡ айһ ы кө ндә ре инеп ултырыр, ниндә й эшенә барып тотонорғ а белмә й йү гергелә гә н йә ш ҡ атынды һ ауалы ҡ араштары менә н генә кү ҙ ә теп, мул итеп хә бә р һ атыр ине. Шул арала кө нө буйына ә сә йҙ ә рен һ ағ ынып ө лгө рө п, ә ле килеп ө йҙ ә н сығ ышмай йө рө гә н береһ енә н-береһ е бә лә кә й балаларҙ ың мышғ ыуына екһ енеү ен дә һ иҙ ҙ ереп ө лгө рә:

-- Ә ллә нимә итеп ө ҫ тө -ө ҫ тө нә бала табаһ ың, килен, ү ҙ ең де йонсотоп. Атанғ олдар һ ин ү рсеткә ндә н байыр тейһ ең ме. Шул булар инде алар.

-- Ҡ уйсә ле, Нә ҙ ирә апай, йонсомайымсы мин, яратам бә пестә ремде, Ғ ә ҙ ел дә … - майикмә ккә тип сө сө ҡ амыр баҫ ып торғ ан Гә ү һ ә рҙ ең йыуаш ҡ ына ҡ аршы тө шө ү ен ҡ ырҡ а кире ҡ ағ а Нә ҙ ирә:

-- Тапҡ ас яратаң инде аны, кем балаһ ын яратмаһ ын. Мин ана уҫ лаптай Ә крә мемде һ ө йө п туймайым. Тик бынсама нимә гә? Ней тамаҡ тарына, ней ө ҫ тә ренә еткерә алмайһ ығ ыҙ. Ҡ айтҡ аның са донъяң дың аҫ тын-ө ҫ кә килтереп ултыралар.

Унан аҡ ланырғ а һ ү ҙ тапмай кө сә неп кенә йылмайып торғ ан Гә ү һ ә ргә муйынын һ уҙ а биреп тауышын баҫ а тө шә:

-- Һ урылып китеү ең ә ҡ арағ анда ә пә т һ алып алғ аның тү геме? - кү ҙ ҡ араштары менә н генә ҡ атындың ҡ орһ ағ ына ымлай, тегеһ енең ҡ ыҙ арып китеү енә н фаразының дө рө ҫ лө гө н тантана итеп дауам итә. – Бар, һ уң ламаҫ борон алдыр!

-- Ғ ә ҙ ел ҡ ушмай бит, Нә ҙ ирә апай, бала ү лтерер булһ аң ҡ айтып йө рө мә тей, - Гә ү һ ә р ҙ ә бышылдауғ а кү сә.

-- Уғ а нишлә п ә йтә ң һ уң?! Фиршел барырғ а ҡ ушты тиң дә кит, бө тә нә мә не иргә һ ө йлә п тороп ней. Ул ыҙ алаймы – һ ин ыҙ алайың.

Кү рше инә й менә н ә сә йҙ ә ренең бышылдауғ а кү сеү енә һ ағ айғ ан бә лә кә стә р былар янына тағ ы ла яҡ ыныраҡ килеп, ниндә йҙ ер ү тә лә ҡ ыҙ ыҡ лы сер белергә телә гә н ҡ араштарын ә ле ә сә лә ренә, ә ле ә ллә ни ө нә п етмә гә н инә йгә кү сереп тора башлайҙ ар. Был хә л Нә ҙ ирә нең һ арыуын ҡ айната, ул ү секкә н шикелле тороп уҡ китә:

-- Мына бит, аулаҡ лап һ ө йлә шеп тә ултырып булмай быларҙ ан, ауыҙ ғ а инеп баралар, - унан сығ ып барғ ан ың ғ айы тупһ а тө бө ндә тағ ы ла бер бармаҡ янап ҡ абатлай, - ү ҙ ең де уйлап ә йтә м, килен, ыҙ алама.

Һ икә лтә лә һ уҙ ылып ятып уйнағ ан сабыйҙ ы ашаҡ ламау ө сө н аяғ ы менә н генә этә рә биреп шылдыра ла, галуштарын кейгә ндә, ү ҙ алдына һ ө йлә нгә н булып, шулай ҙ а эстә гелә ргә ишеттерерлек итеп ә йтә:

-- Бала ла булдымы байҙ ыҡ …

Ауыр уйҙ арғ а сорналып ҡ алғ ан ә сә нең аптыранғ ан ҡ араштарын тотоп алғ ан ун йә шлек кенә оло ҡ ыҙ ы, ниндә йҙ ер хә ү еф янағ анын һ иҙ енгә ндә й, йү гереп килеп ҡ аршыһ ына тора:

-- Нимештә не, ә сә й, Нә ҙ ирә инә й йә нең де кө йҙ ө рҙ ө мө ә ллә?

Уның янына саҡ ҡ ына бә лә кә серә к тағ ы берә ү һ е тып итеп баҫ а:

-- Ҡ айғ ырҙ ың мы ә ллә, ә сә й?

Яуап кө тө п тө бә лгә н эскерһ еҙ саф ҡ араштарҙ ан, бер ҡ атлы ә ммә шул уҡ ваҡ ытта ү тә лә ҡ айғ ыртыусан, борсоулы һ орауҙ арҙ ан ҡ атындың баш осонда ҡ айнашҡ ан ҡ ара уй-тойғ олары ө ркө п туҙ ғ ышып оса ла, ул, ниһ айә т, ихлас итеп йылмайып ебә рә:

-- Хә ҙ ер, бә пестә рем, май икмә к бешереп тороп сә й эсеп алырбыҙ.

 

Гә ү һ ә р ҡ ыҙ сағ ынан тегеү -бесеү гә оҫ та булды. Бығ а бер ерҙ ә лә махсус уҡ ыманы ла, ө йрә нмә не лә, һ ө нә р уғ а ү ҙ е килдеме, башта бә лә кә й туғ андарына, унан тиң дә штә ренә, ауылдаштарына кейем-һ алым тегеп алды ла китте. Йылдан-йыл оҫ талығ ы ла, таҫ ыллығ ы ла артты, тора-бара һ ырлап курткалар, пальтолар ҙ а, йә нлек тирелә ренә н ҡ упшы итеп башлыҡ тар ҙ а йү нә тә башланы. Ҡ улының эш белеү е ғ аилә һ енә лә ҙ ур ярҙ ам булды, ирен дә, балаларын да баштан-аяҡ ү ҙ е кейендерҙ е. Заказдарҙ ан да ө ҙ ө лмә не. Эштә н ҡ айтып мал-тыуары менә н балаларын тә рбиә лә й ҙ ә, ү ҙ е иҫ белә белгә ндә н кү ҙ алдында булғ ан, бында ла бирнә итеп алып килгә н, хан заманғ ы, аяҡ менә н ө йрө лтә торғ ан тегеү машинаһ ында зең гер-зең гер итергә тотона. Ғ аилә һ е ошо кө й аҫ тында йоҡ лап китә, ҡ айһ ы саҡ, бигерә к тә балалары ү ҫ еп, тө рлө уҡ ыу йорттарында уҡ ый башлағ ас, йыш ҡ ына ошо кө й аҫ тында уянғ ылай ҙ а ине. Хеҙ мә тен аҙ мы-кү пме аҡ са, аҡ са булмағ анда май-ҡ аймаҡ, ит, ем, тауар кеү ек хаҡ ҡ аплай.

Шулай бер балалары ҡ ышҡ ы каникулғ а ҡ айтҡ анда, китеү ҙ ә ренә аҡ са булыр тип, кү ршеһ е Нә ҙ ирә нә н дә ваҡ ыт тапмау сә бә пле кү птә н кисектереп йө рө гә н кү лдә к заказын алды ла, ике кис тө н ауҙ арғ ансы ултырып текте. Индереп кейҙ ереп ҡ арағ айны, ҡ ойоп ҡ уйғ ан кеү ек ү ҙ енә. «Эй, килен, ҡ улың алтын, магазиндан алғ андарын да һ инә н йү нә ттереп бө тө рмө н ә ле», - тип маҡ таны кү ршеһ е, ә ммә аҡ саһ ын сығ арып бирергә ашыҡ маны. Гә ү һ ә р кө тә бирҙ е лә, йыйынтыһ ының ҡ айҙ а ятҡ анын кү рһ ә тергә телә мә йҙ ер, ярай, индерер ә ле тип сығ ып китте. Бер-нисә кө ндә н ҡ апыл ғ ына ҡ ала яғ ына юлланғ ан машина килеп сыҡ ты ла, ике балаһ ын ашыҡ тырып юлғ а тө йнә й башланы һ ә м йыйынып бө ткә с, аҡ сағ а тип кү ршеһ енә йү герҙ е.

-- Нә ҙ ирә апай, ҡ алағ а машина бар, аҡ са…

-- Сеү! Һ ө рә ндә мә һ ә ң се, Ә крә мем йоҡ лап ята! – Нә ҙ ирә хә бә рен тыштан уҡ һ ө йлә п ашығ ып инеп килеү сегә ҡ аштарын тө йө п асыулы бышылданы.

Гә ү һ ә р ауыҙ ын усы менә н баҫ ты:

-- Уй, яң ылыш. Машина бар, Нә ҙ ирә апай, теге ө с тә ң кә ң де бирһ ә ң тигә йнем, балларҙ ың аҡ салары самалы, ҡ ушымта булыр ине.

-- Аҡ саны ней, Ә крә мемдең тү шә ге аҫ тында ла ул.

Был яуаптан аптырап киткә н Гә ү һ ә р, һ аманғ а тиклем иҙ ерә п ятҡ ан Ә крә мдең ысынлап йоҡ лаймы-юҡ мы икә нлеген ү ҙ кү ҙ ҙ ә ре менә н кү рергә телә гә ндә й тө п яҡ а һ онолоп ҡ араны.

-- Ай алла, кә рә к ине бит ә ле…

-- Кә рә к ине тип, аҙ наһ ына бер тейгә н ялында баламды уятып торғ оҙ мам инде, йоҡ лаһ ын йоҡ оһ о туйғ ансы, уянғ ас инерһ ең.

Ҡ алай итергә белмә гә н ҡ атын ишек тотҡ аһ ына ү релгә н еренә н һ аман ү рһ ә лә нде:

-- Ай алла, машина кө тә ме һ уң, балларҙ ың юлына булһ а ашарына етмә ҫ тейем…

Шул ваҡ ыт Нә ҙ ирә ҡ ыҙ ҙ ы ла китте:

-- Бер бала – юҡ бала тип, ә ҙ ә мгә һ анамай тороуың инде, ү ҙ егеҙ ҙ ә эт тубығ ынан булғ ас ҡ ә ҙ ере юҡ тыр, минеке – ҡ ә ҙ ерле! Ҡ алала ыштан туҙ ҙ ырып йө рө ймө ул, эштә н бушағ аны юҡ, бер элә ккә н йоҡ оһ онда быларына аҡ са кә рә к булғ ан!

Башынан аша һ ыуыҡ һ ыу һ ирпелгә ндә й булғ ан Гә ү һ ә р, ҡ аршы бер ауыҙ һ ү ҙ ҙ ә ә йтә алмаҫ тан, тышҡ а ташланды. Йө к машинаһ ы тә гә рмә се тө бө ндә ө мө тлә неп кө тө п торғ ан малайы эргә һ енә килде лә, ғ ә рлек быуаһ ын йырып сығ ып килгә н йә штә рен эскә йотоп:

-- Нә ҙ ирә инә йең ҡ айҙ алыр сыҡ ҡ ан икә н, ярай инде, улым, тү ҙ еп торорһ оғ оҙ, оҙ аҡ латмай берә йһ е аша ебә рермен, - тигә н булды. Геү лә п ҡ уҙ ғ алғ ан машина артынан ҡ ар туҙ аны кү тә релгә с тә эсендә урғ ылып ҡ айнағ ан ташҡ ынғ а юл ҡ уйҙ ы… Шул кисте Нә ҙ ирә бер ни булмағ андай ә леге ө с һ умды индереп бирҙ е, индерҙ е лә бер килке хә бә р тоғ он бушатты ә ле. Гә ү һ ә р ө ндә шмә й генә зең гер-зең гер тегенеп ултырҙ ы.

* * *

Сә й-шә кә р кеү ектә н башҡ ағ а сығ ымы юҡ Нә ҙ ирә нең. Йыл да тотонғ ан мал аҡ саһ ын да, улының эш хаҡ ын да һ алып баралар. Быларғ а ө ҫ тә п майын-ҡ аймағ ын, ит-йө нө н дә һ атып ебә рә. Ауылда иң хә ллелә рҙ ә н ү к булмаһ алар ҙ а, шулар рә тендә торғ андарҙ ыр инде, эргә -тирә лә ге тә ү ге радиоалғ ыстын, телевизорҙ ың берә ү һ е Ә крә мдә булды. Унан килә егеттә рҙ ең кү ҙ ен ҡ ыҙ ҙ ырып «кә зә» матайы ла алып менде. Яң ы ә йбер алғ ан һ айын ә сә һ е улының сикһ еҙ ҡ ыуанғ анын кү ҙ ә тә лә, ә ллә ысынлап, ә ллә шаяртып: «Бының ө сө н ә сә йең ә бер сатин кү лдә к!» тип ебә рә. Йә нә һ е артығ ын һ орамай инде, сатины ла етә. «Була, ә сә й, була» тип вә ғ ә ҙ ә лә й улы. Тик урамғ а матайҙ ың арбалыһ ы килеп ингә ндә лә, сатин кү лдә к вә ғ ә ҙ ә кө йө ҡ ала килә ине ә ле. Ә йткә ндә й, шул «матас» тигә ндә н дә бер хә тере ҡ алғ айны бит ә ле Гә ү һ ә рҙ ең Нә ҙ ирә гә.

Яң ы йорт кү тә реп ятҡ ан йә й башы ине. Кинйә малайы бурала йү гереп йө рө гә н еренә н ҡ олап тө шө п аяғ ын һ ындырҙ ы. Район ү ҙ ә генә н ә ллә ҡ айҙ а ятҡ ан ауылғ а тиҙ ярҙ ам машинаһ ы килеп етә алмай, туғ ыҙ саҡ рымдай ерҙ ә яҙ ғ ы ташҡ ын йылғ а кү перен ағ ыҙ ғ ан да, эшлә п ҡ уйылмағ ан ә ле. Ауырыуҙ ы был яҡ тан ү ҙ яйың менә н ҡ аршы алып сығ ырғ а кә рә к. Гә ү һ ә р был тирә лә башҡ а техника заты булмағ анын белгә нлектә н, кемгә лер йө рө ү ҙ ең буш ваҡ ыт ү ткә реү икә нлеген аң лап, тура кү ршеһ енә йү герҙ е. Уң айғ а яй Ә крә м дә эштә н ҡ айтып йыуынып ҡ ына тора ине.

-- Ә крә м, Рә химйә н аяғ ын һ ындырҙ ы бит, скорыйғ а ҡ аршы апсығ ырғ а кә рә к ине, һ инә н башҡ а йү н юҡ был тирә лә, - тип ғ азаплы ҡ арашын егеткә тө бә не ҡ атын.

-- Шулаймы, ең гә, ныҡ мы? - Ә крә м ҡ аушап уҡ китте.

-- Ныҡ шул, бү рә нә лә й булып шеште, бармаҡ менә н дә тейҙ ермә й. Уф алла, барып еткә нсе ҡ алайтып тү ҙ ҙ ерергә.

Шул мә л аласыҡ тан һ ө йлә нә -һ ө йлә нә Нә ҙ ирә килеп сыҡ ты:

-- Ә крә мемдең матайы ней, эшлә мә й ултыра ла һ аң, килен. Сыбыртҡ ылап ҡ ына йү гертергә машина бит ат тү гел, саҡ ҡ ына бер нә мә һ е килешмә һ ә лә боҙ ола ла ҡ уя. Энә лә й шө рө бө лә аҡ са тора, уйынсыҡ мы ал һ айт иткә н һ айын ҡ ыуаларғ а. Бар, тиҙ ерә к, йү гер берә йһ енә!

Гә ү һ ә р, таҫ тамалын кө рә ктә й устарында уң айһ ыҙ ланыуҙ ан бө тә рлә п, ә сә һ енә ҡ аршы сығ ырғ а ҡ ыймай торғ ан егеткә бер генә сараһ ыҙ ҡ араш ташланы ла, иренең эш еренә - баҫ ыуғ а йү герҙ е. Кисә кис кенә Ә крә мдең матайында ҡ ыҙ ҙ ар тейә п кү рше ауылғ а уйынғ а барып ҡ айтҡ анын ү ҙ ҡ олаҡ тары менә н ишетеп ятҡ айны бит.

Туҡ тауһ ыҙ ү кһ егә н кескә й улын итә гендә ҡ ыҫ ып тотоп, ат арбаһ ында һ елкенә -һ елкенә елдергә ндә «Инде лә ошо Нә ҙ ирә апай менә н ҡ атнашмам» тип ә сенеп уйланы Гә ү һ ә р, тик малайы гипсын систереп ҡ айтып урам буйлап сапҡ анда, зең гер-зең гер иттереп кү ршеһ енең тә ҙ рә лә ренә яң ы ҡ орғ андар тегә ине инде.

 

Гә ү һ ә рҙ ең һ игеҙ балаһ ы бер-бер артлы мә ктә пте бө тө рә торҙ о, олораҡ тары уҡ ыу йорттарын тамамлап эшкә тө штө, уларғ а етә лә ре һ ә р тө рлө һ ө нә рҙ ә ргә һ абаҡ тарын дауам итте. Ә сә лә ре ялғ а сыҡ һ а ла һ аман ө й араһ ында орсоҡ шикелле ө йө рө лдө лә, кистә рен ә леге теген машинаһ ын зең герлә тте. Ҙ урая барғ ан балаларының кә рә ктә ре лә, сығ ымдары ла ү ҙ ҙ ә ре менә н ҡ атар ү ҫ ә, ә ле эшлә гә ндә ренә лә таяныс кә рә к ине шул.

Нә ҙ ирә иһ ә ғ ә ҙ ә тенсә киске сә йҙ ә н һ уң кү ршеһ енә инеп, уның яң ы тансҡ ағ ан майын бер-нисә йомғ аҡ ҡ а йомарлап ебә рергә ә ҙ ерлә п һ алғ анын, баш-баш ҡ ороттарын да айырымлағ анын, киске һ ауын һ ө тө н банкаларғ а бү лгелә п ҡ ойғ анын ҡ арап-кү ҙ ә теп ултыра ла:

-- Йә инде, буғ ан ғ ына ризығ ың ды килеп һ ыпырып ә пкитә лә баралар инде, - ти.

-- Ә пкитһ ендә р, шуларғ а тип ә ҙ ерлә п торам бит, - тип ихлас яуаплай Гә ү һ ә р.

-- Кү мә к бала ней ҡ ырғ ын яуы һ ымаҡ инде. Минең Ә крә мем ө йҙ ә генә булғ ас ризығ ым да ситкә осмай, тә лә флә нмә й.

-- Ашаһ ындар. Балларымды туйҙ ырмаҫ булғ ас нимә тип малғ а текә леп ултырам мин. Тамаҡ йыйып ултырмағ а, - тип ебә рә хә ҙ ер инде кү ршеһ е менә н нисегерә к һ ө йлә шергә икә нде тө шө нө п алғ ан Гә ү һ ә р ҙ ә. Ул ә ле Нә ҙ ирә нең баҙ ында батман-батман йыйылып, тосһ оп, кү гә реп бө ткә н майҙ арының, кә рзиндә р тулышып иҫ кереп ултырғ ан йомортҡ аларының, келә тендә инде ҡ ортлауғ а киткә н тоҡ -тоҡ ондарының, уанан ҡ ала ә ллә кү пме берә ү ҙ ең дә хә жә тенә яҙ мағ ан аҙ ыҡ -тү лектең маҡ сатһ ыҙ һ аҡ ланыуын белеү енә тө рттө рә. Сә пкә таман ғ ына килеп тейгә н таш Нә ҙ ирә нең зитын семттереп ебә рә лә, ул йә һ ә т кенә һ ү ҙ ҙ е икенсегә бора:

-- Ә крә мемә анау касситлы магитафунын ә пирҙ ем ә ле. «Ә сә й һ иң ә бының ө сө н кү лдә ктең ситсаһ ын тү гел, ефә ген апҡ айтырмын» тигә н була. Апҡ айтыр ул, ефә ген тү гел ә ллә ниндә йен апҡ айтыр ә ле, аҡ саһ ын ҡ айырып эшлә п тора, тә ң клә п һ алып тора…

Инде нисә йыл арауығ ында ә леге «ситса кү лдә к» ә кә мә тен урағ ан һ айын ишетһ ә лә, ү ҙ енә балаларының эшлә гә ндә ренең дә, уҡ ығ андарының да етер-етмә ҫ аҡ саларын бү лгелә п, «Кә рә кмә й, ү ҙ егеҙ ҙ е ҡ айғ ыртығ ыҙ» тип тыйыуына ҡ арамаҫ тан, ә ленә н-ә ле ә ллә ни тө рлө кү лдә клектә р алып ҡ айтып биреп тороуҙ арын ө ндә шмә й, ә лбиттә, Гә ү һ ә р. Бары тик:

-- һ ы-ы, һ ә йбә т инде, улай ә пирә м тип торғ ас, - тип кенә ҡ уя.

 

Колхоз карабы ни ғ иллә менә ндер ҡ омғ а терә леп, эш хаҡ ы тү лә нмә й башлағ ас, уйһ ыҙ -моң һ оҙ ғ ына фермағ а барып-ҡ айтып йө рө п ө йрә нгә н Ә крә м аптырап ҡ ала. Эш юҡ тү гел ул, эш элекке кеү ек бар ҙ а, кү п тә, тик хә ҙ ер хеҙ мә т ө сө н аҡ са ғ ына бирелмә й. Ә крә м, бә лки, шулай ғ ына йө рө ҙ ә йө рө р ине ул, уның ө сө н бит бер нә мә лә ү ҙ гә рмә й, шулай уҡ иртә н тора, ашай, китә, кис ҡ айта, аунап ята, клубҡ а сығ а. Инде кү птә н утыҙ ҙ ы ү ткә ндә лә ө йлә нмә й йө рө ү ен иҫ ә пкә алмағ анда, тамағ ы һ ыйлы, ө ҫ тө -башы ҡ араулы, кү ң еле кө р уның. Тик бына ә сә һ е генә ризаһ ыҙ, буғ ай. «Буғ ай» ғ ына ла тү гел, дү ртенсе айҙ а ла ү шә к аҫ тындағ ы тө йө нсө к ҡ алынлығ ы артмағ ас, ул бер кө н, ашап алып телевизорғ а текә лгә н улына екерә биреп ө ндә ште:

-- Былайтып ултырһ аҡ ней, хә ҙ ер хә йерселә рбеҙ ул, ҡ ансама йыйғ ан мал китер ҙ ә бө тө р. Ана, ирҙ ә р ситкә сығ а бит, һ ин дә йө рө п кил.

-- Ә ллә яйланып китер ә ле, ә сә й, кө тә бирә йемме, - тине лә, улы, шаян ғ ына итеп, - минең тү шә к аҫ тындағ ы бер-нисә йылғ а етә лер ә ле, - тип ө ҫ тә п ҡ уйҙ ы.

Был хә бә р Нә ҙ ирә гә оҡ шаманы, бығ а тиклем ҡ аты ҡ ағ ылғ аны булмағ ан улын орошоп уҡ ташланы:

-- Аҡ са һ урғ анды тү гел, ө ҫ тә п торғ анды ярата. Атаң ғ ошап, тапҡ ан ғ ынаң ды расхутлап йә шә ргә иҫ ә п тотаң мы ә ллә?! Мин һ иң ә Гә ү һ ә р ең гә ң тү гел, ә ле тапҡ анымды ә леге тамағ ыма тығ ырғ а!

… Ә крә м башта район ү ҙ ә гендә ниндә йҙ ер шә хси ойошмағ а ялланды, унан кемдә ргә лер эйә реп ҡ алағ а китте, ә ле бер, ә лке икенсе урынғ а урынлашты, ә ммә тү шә к аҫ тындағ ы тө йө нсө ккә башҡ а бер тин дә ө ҫ тә лмә не. Хатта киреһ енсә, хә ҙ ер Нә ҙ ирә ә бейгә йыш ҡ ына һ уҡ рана-һ уҡ рана, ә леге яулыҡ тө ргә генең тө йө н тө бө нә н яһ алғ ан тишегенә бә лә кә й генә ҡ улын тығ ып ебә реп, йө рә ген ә сеттерә -ә сеттерә ҡ ыҙ ыллы-йә шелле ҡ ағ ыҙ ҙ арҙ ы тартып сығ арып, улына биреп ебә рергә тура килә ине. Урағ ан һ айын һ уҡ мыш ҡ айтҡ ан Ә крә м, ү ҙ енең һ ә м ҡ алалағ ы зимагур дуҫ тарының тормошон биҙ ә ү ө сө н, быуаҙ тө йө нсө ктө ә сә һ е сыҡ ҡ ан арала ла аҙ йоҡ артманы. Яйы килгә ндә бер-бер артлы магнитофон да, матас та, хатта телевизор ҙ а «ҡ алағ а китте». Ә инде, улының һ уң ғ ы ҡ айтып китеү енә н һ уң, ә леге донъя кендеге булғ ан тө йө нсө ктә н дә елдә р иҫ кә с, Нә ҙ ирә ә бей бик ҡ аты шаң ҡ ып, аяҡ -ҡ улдары ойоп-ҡ атҡ ансы иҫ ә ң герә п ултырҙ ы…

Ә крә мдә н ә сә һ енә бер генә хат килде. Уныһ ында ни яҙ ылғ анын берә ү ҙ ә белмә ҫ тә ине инде, һ уң ғ ы ваҡ ытта кү ҙ ҙ ә ре ү тә лә насарайып киткә н Нә ҙ ирә ҡ арсыҡ уны ү ҙ е Гә ү һ ә ргә алып инде (кү ҙ лек кеймә й ул). Ә крә м ҡ ыҫ ҡ а ғ ына хатында бер-нисә йылғ а сит илгә эшкә китеү ен һ ә м ә легә уны кө тмә ү ҙ ә рен сыймаҡ лай ҙ а, аҙ аҡ тан «Ә сә й, ү пкә лә мә, ҡ айтҡ анда ү ҙ ең ә йылҡ ылдап торғ ан кү лдә клек алып ҡ айтырмын, Гә ү һ ә р ең гә нә н бына тигә н итеп тектереп кейерһ ең» тип тамамлап ҡ уя.

Был юлдарҙ ы тың лағ анда Нә ҙ ирә ҡ арсыҡ: «Эй, балаҡ айым, миң ә ситсаһ ы ла ярар ине инде», - тип илап ебә рә.

Һ уң ғ араҡ Гә ү һ ә р ҡ алалағ ы балалары аша Ә крә мдең бер ҙ ә сит илгә тү гел, ә шешә лә штә ре менә н эш урынынан тө ҙ ө лө ш материалдары урлап һ атҡ ан ө сө н сә нскеле тимер ҡ оймалар артына оҙ атылыуын ишетә. Тағ ы ла бер-нисә йылдан телдә н-телгә кү сеп килгә н «сыҡ ҡ ан да тағ ы ла ултырғ ан икә н» тигә н хә бә рҙ ә р ө ҙ ө лө п-йолҡ оноп, ярым-йорто булып ҡ олаҡ тарғ а салынып китә.

 

* * *

Ә крә м менә н кү решкә ндә н һ уң бер-нисә кө н нисектер ауырығ ан шикелле аң ҡ ы-тиң ке килеп йө рө нө Гә ү һ ә р. Ә йтерһ ең дә уның аҡ лы-зә ң гә рле генә болот-кү ң елен ауыр таш менә н баҫ ырып ҡ уйғ андар ҙ а, ул осоуҙ ан, кү ккә кү тә релеү ҙ ә н мә хрү м. Етмә һ ә участка милиционеры килеп: «Ә крә м ағ ай ауылда булғ ан тейҙ ә р, һ еҙ гә инмә неме, ул туберкулезниктар бальнисынан ҡ асҡ ан», - тип, былай ҙ а һ ағ айып торғ ан йә ненә икелә тә шом һ алды. Башта ә йтергә тип ынталғ айны ла, нимә лер тотто ү ҙ ен, бары һ уҙ а биреп кенә: «Ә л-лә -се-е…» - тип ҡ уйҙ ы. Унан, милиция егетен оҙ атып ингә с, ҡ апыл ғ ына бер ҡ ыйыу ҡ арарғ а килгә ндә й булып ҡ араштары асылып, баҙ ыҡ хә рә кә ттә р менә н эшкә кереште ул. Шифоньерының ө ҫ кө бү легенә н теге Ә крә м ҡ алдырып киткә н кү лдә клекте килтереп сығ арып, иҙ ә н уртаһ ындағ ы балаҫ ына йә йеп ебә рҙ е. Унан, келә тендә ге кә рә кмә гә н ә йберҙ ә р тултырылғ ан оло ағ ас һ андығ ынанда бик оҙ аҡ соҡ оноп ҡ атырғ а ү лсә мдә р табып индерҙ е. Гә ү һ ә рҙ ең һ андыҡ тарында бө тә ауыл ҡ атын-ҡ ыҙ ының ү лсә мдә ре була торғ айны ул, хә ҙ ер ҙ ә бар ә ле олораҡ тарҙ ыҡ ы. Инде кә рә ге теймә ҫ булғ ас, быларын ташлай торғ ан ҡ ый араһ ына тыҡ ҡ ан икә н.

Иҙ ә нде сә скә ле болон итеп япҡ ан тауар ө ҫ тө нә н аҡ бур менә н ҡ ат-ҡ ат йө рө тө п, тирлә п-бешеп һ ыҙ малар тө шө рө п алды ла, ө йрә нгә н оҫ та ҡ улдарында оло ҡ айсыларын ялт-йолт уйнатып, кү ҙ асып-йомғ ансы ҡ ырҡ ҡ ылап та ташланы. Унан машинкаһ ын тигеҙ генә кө йгә кө йлә п алып зең гер-зең гер тегергә лә ултырҙ ы.

Был тө ндө Гә ү һ ә рҙ ең зә ң гә р ҡ абаҡ лы урам яҡ тә ҙ рә лә ре кү ҙ ҙ ә элмә не. Шулай уҡ ә леге зең гер-зең гер иткә н тә гә рмә стә ргә лә ял теймә не. Сө нки хужабикә лә ре элекке нужа мә жбү р иткә н замандарындағ ылай, ә бә лки илһ амланып, хислә неп, туҡ тай алмай ижад иткә н оҫ талай, баш ҡ алҡ ытмай эшлә не лә эшлә не.

Йә йге салт ҡ ояш ҡ ыҙ ыл уҡ тарын тау артынан яң ы ата башлағ анда, Гә ү һ ә р, ҡ асандыр һ оро таҫ ма булып һ уҙ ылғ ан һ уҡ маҡ ты юғ алтырғ а телә п ҡ оторошоп ү ҫ кә н ү лә ндә рҙ ә н сирҡ аныс ысыҡ бө рсө ктә рен ҡ оя-ҡ оя, елҡ апҡ а аша кү рше ихатағ а ү тте. Һ уң ғ ы йылдарҙ а тамам ҡ артайып, бала шикелле ү ҙ енә ылыҡ ҡ ан, ә ү рә теү гә, йыуатыуғ а, иғ тибарғ а мохтаж булып, уның килеп инеү ҙ ә рен дү рт кү ҙ менә н кө тө п ултырыр кү ршеһ ен ятҡ анында ла ү ҙ е бағ ып, киткә нендә лә ү ҙ е тә рбиә лә п ҡ уйғ ас, был бер яҡ ҡ а ҡ ыйшайып ергә һ ең еп барғ ан йорттоң асҡ ысын да кемгә тапшырырғ а белмә й, ҡ асандыр хужабикә һ е ҡ уйып йө рө гә н ергә - һ икә лтә эргә һ ендә ятҡ ан ҙ ур ялпаҡ таш аҫ тына тығ ып ҡ уйғ айны. Тутланып киткә н иҫ ке йоҙ аҡ ты сылтыратмаҫ ҡ а тырышып асты ла, хә лһ еҙ шығ ырлағ ан таҡ таларғ а һ аҡ ҡ ына баҫ ып тура тө п яҡ а ү тте. Унан ҡ асандыр ниндә йҙ ер оҫ та тарафынан һ ырлап эшлә неп, оҙ айлы йылдар ағ ымында иҫ ке кейем, нафталин эҫ енә ыҫ ланғ ан шкафтың бер шалнирҙ а ғ ына бә ү елгә н ишеген ҡ айыра биреп, ҡ асандыр ү ҙ е теккә н бихисап кейемдә р рә тенә ө р-яң ы алһ ыулы-зә ң гә рле сағ ыу ваҡ сә скә лә р менә н биҙ ә лгә н кү лдә кте элде лә:

-- Бына, Нә ҙ ирә апай, Ә крә мең дә н һ иң ә ситса кү лдә к, - тип ҡ уйҙ ы.

Ошо һ ү ҙ ҙ ә рҙ ә н һ уң, ә йтерһ ең дә, Нә ҙ ирә нең һ уң ғ ы йылдарҙ а кейгә н ең ле-япмалы ә йберҙ ә ре кеү ек тү гел, ә уның бынан утыҙ -ҡ ырҡ йылдар ә ү ә л яратып тектергә не - яғ алары осло теллә п һ алынғ ан, иркен ө смө йө ш иҙ еү ле, ҡ ыҫ ҡ а ең дә ре яурындан ҡ абартылғ ан, биле билбаулап ҡ ыҫ а бирелгә н дә, итә ге ҡ ың ғ ырау сә скә һ е ише итеп ҡ ыялап тө шө рө лгә н кү ҙ яуын алыр кү лдә к сағ ыулығ ы мә мерйә ауыҙ ындай ө ң ө рә йгә н шкафты ла, етем булып шымып ҡ алғ ан ө й эсен дә, Гә ү һ ә рҙ ең, ғ ү мер артылыштарының ҡ айһ ы баҫ ҡ ыстарындалыр яҡ ын, ҡ ә ҙ ерле кешеһ енә ә ү ерелеп ө лгө ргә н кү ршеһ ен һ ағ ынып ә рнегә н йө рә ген дә яҡ тыртып, нурландырып ебә рҙ е.

 

 

<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Мы стеклили свой балкон | дней (без ночных переездов)




© 2023 :: MyLektsii.ru :: Мои Лекции
Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав.
Копирование текстов разрешено только с указанием индексируемой ссылки на источник.