Студопедия

Главная страница Случайная страница

Разделы сайта

АвтомобилиАстрономияБиологияГеографияДом и садДругие языкиДругоеИнформатикаИсторияКультураЛитератураЛогикаМатематикаМедицинаМеталлургияМеханикаОбразованиеОхрана трудаПедагогикаПолитикаПравоПсихологияРелигияРиторикаСоциологияСпортСтроительствоТехнологияТуризмФизикаФилософияФинансыХимияЧерчениеЭкологияЭкономикаЭлектроника






Духтыр Ғәйшә.






 

Беҙ бала саҡ та ауылыбыҙ ҙ а Ғ ә йшә, Фатима, Мә рйә м исемле ҡ атындар кү п булды. Һ ә р береһ е бишә р – алтышар инде. Халыҡ уларҙ ы бутамаҫ ө сө н ирҙ ә ренең исемдә ре менә н атап йө рө ттө: Мансур Мә рйә ме, Йосоп Ғ ә йшә һ е, Зә кир Фатимаһ ы һ.б. Мин һ ө йлә йә сә к Ғ ә йшә инә йҙ ең бер ү ҙ енә ө с исем: Баймө хә мә т Ғ ә йшә һ е, оҙ он буйлы булғ ан ө сө н, оҙ он Ғ ә йшә, малдарҙ ы, кешелә рҙ е тә рбиә лә гә н ө сө н, “ духтыр” Ғ ә йшә тип йө рө ттө лә р. Ҡ айғ ыны ла, ауырыуҙ ы ла кү п кү ргә н был инә й мә рә кә селлеге, кешелә рҙ е кө лдө рө п, кү ң елдә рен кү тә реп йө рө ү е менә н хә терҙ ә уйылып ҡ алғ ан.

Таҡ маҡ сығ арырғ а ла бик оҫ та ине ул. Бер кеше таҡ маҡ ә йтһ ә, уғ а ҡ аршы тиҙ генә яуабын да таба торғ айны. Атайымдың яҡ ын ғ ына ағ аһ ының ҡ атыны булараҡ, ул беҙ гә йыш ҡ ына килеп йө рө нө.

Ғ ә йшә инә й 1907 йылдың 16 ноябрендә Ишембай районы Ҡ олғ она ауылының уҡ ымышлы кешелә ре Хә мзә һ ә м Зө лҡ ағ иҙ ә Дилмө хә мә товтарҙ ың ишле ғ аилә һ ендә донъяғ а килә. Инә й дү рт – биш йә штә р тирә һ ендә бик ҡ аты ауырып китә.

- Бер мулла ғ ына йә немә керә алды, бауыр ашатырғ а ҡ ушты, гел мә те балсыҡ ты һ урып ашап йө рө й торғ айным, - тип хә терлә р ине ул.

Илдә граждандар һ уғ ышы бара. Ауылғ а берсә ҡ ыҙ ылдар, берсә аҡ тар баҫ ып килеп керә лә р ҙ ә, халыҡ ты талап, ас – яланғ ас итеп, миктә теп ҡ алдырып китә лә р. Ғ ә бделвә хит ағ аһ ын, олораҡ булғ ас, ү ҙ ҙ ә ре менә н һ уғ ышҡ а алып китә лә р. Атаһ ы, Хә мзә олатай, ғ аилә һ ен ҡ урсып, уларҙ ы йә баҙ аҫ тында, йә һ арай башында йә шереп алып ҡ ала торғ ан булғ ан. Граждандар һ уғ ышынан һ уң аслыҡ башлана. 1921 йылда Ғ ә йшә инә йҙ ең атаһ ы ҡ апыл ғ ына вафат була. Етем балалар ө сө н Иҫ ке Һ ә йеттә приют асалар, бик кү п бала – сағ аны шунда алып килә лә р, араларында ололар ҙ а була. Кү п кенә балалар аслыҡ тан шешенеп ү лә лә р. Ғ ә йшә инә йҙ ең Фаиза апаһ ы, аяғ ына саң ғ ы кейеп, балаларғ а йө кмә п аҙ ыҡ – тү лек ташый. Хә лһ еҙ, ас бала – сағ ағ а тимер мейестә ҡ ар иретеп эсерә лә р, иретелгә н һ ыуҙ а ризыҡ бешереп ашаталар. Ғ ә йшә инә й Фатима исемле һ ең леһ ен тимер мейес ө ҫ тө ндә ге ябылмағ ан һ ыуҙ ы эсеп ү лде, тип һ ө йлә й торғ айны, шуғ а ла, кис булһ а, ризығ ығ ыҙ ҙ ы “бисмилла” итеп ябығ ыҙ, тип иҫ кә ртеп торор ине.

Ун алты йә ше тулғ ас, инә йҙ е бер муллағ а кө слә п, икенсе бисә леккә кейә ү гә бирә лә р. Ә сә һ е лә:

- Бар ҙ а ҡ уй, ҡ ыҙ ым, мулла кеше бит, аслыҡ тан интекмә ҫ һ ең, туҡ булырһ ың, - ти.

Совет власы урынлашҡ ас, мулланы саҡ ҡ а тө рмә гә ултыртмайҙ ар. Уны тө рмә нә н алып ҡ алыу ө сө н ауыл кешелә ре:

- Кө н итеү ҙ ә ре ү тә лә ауыр булғ анлыҡ тан, туғ андарҙ ы аслыҡ тан алып ҡ алыу заруратынан барҙ ым, тип ә йт, - тип аҡ ыл бирә лә р Ғ ә йшә инә йгә. Шулай итеп, мулла тө рмә гә ултырыуҙ ан ҡ отолоп ҡ ала.

1929 йылда инә й Ғ ә лиә кбә р ауылы кешеһ е Йомағ олов Баймө хә мә т бабайғ а тормошҡ а сығ а. Тә ү ге балаһ ы, Ә лмө хә мә т исемле улы, кинә т балҡ ып янып атылғ ан йондоҙ шикелле, ни бары туғ ыҙ ай ғ ына йә шә п, был яҡ ты донъянан китә. 1932 йылда - Ә хтә м, 1936 йылда Ғ ә биҙ ә исемле ҡ ыҙ ы донъяғ а килә. Ғ ә биҙ ә һ енә ике йә ш булғ анда, Ғ ә йшә инә й ҡ аты ауырыуғ а һ абаша.

- Сә семде ҡ ырып ташланылар, тү шемә, кү крә ккә тик боҙ һ алдылар. Баймө хә мә ткә: ” Балаларым янына алып ҡ айт, ө йө мә ҡ айтып ү лә м”, - тип иланым. Ике - ө с ай больницала ятҡ андан һ уң ғ ына ө йгә ҡ айтарҙ ылар. Абдрахман мә зин ете тапҡ ыр Ҡ ө рьә н сыҡ ты, шунан һ уң ғ ына арыуланып, аяғ ыма баҫ тым, - тип хә терлә р ине инә й.

1941 йылда Баймө хә мә т бабай һ уғ ышҡ а киткә ндә, ө сө нсө балаһ ы Байрамғ ә лигә ни бары бер генә йә ш була. Ҡ олғ онанан ә сә һ е балаларҙ ы ҡ арашырғ а ярҙ амғ а килә. Ғ ә йшә инә йҙ ең ә сә һ е халыҡ ижадын, ғ ө рө ф - ғ ә ҙ ә ттә рен яҡ шы белгә н, боронғ о йырҙ арҙ ы матур итеп башҡ арғ ан ағ инә й була. Халыҡ медицинаһ ын тә рә ндә н белгә н кеше булараҡ уғ а тиң лә шеү се булмағ андыр. Ғ ә битова Мә рйә м инә йҙ ең тү ше ҡ ап – ҡ ара булып шешә, Зө лҡ ә ғ иҙ ә инә й уны тә рбиә лә п шә бә йтә. Хә ҙ ерге заман булһ а, һ ис шикһ еҙ, операция яһ арҙ ар ине. Ғ ә йшә инә й ә сә һ енең теленең бер яғ ына еп, икенсе яғ ына энә һ алып, теле менә н энә һ аплағ анын һ ө йлә п аптырата торғ айны.

Ире яуғ а киткә с, бө тә ауырлыҡ тарҙ ы ү ҙ иң ендә кү тә рергә тура килә инә йгә: ө с баланы ҡ арау, хө кү мә ткә ҡ ап, септә һ уғ ыу, арҡ ан ү реү, һ алабаш тө шө рө ү, һ ал ағ ыҙ ыу һ.б. Исмаһ ам, аты ла юҡ бит. Кү пселек осраҡ та утынын да, бесә нен дә ҡ атын – ҡ ыҙ ҙ арҙ ың, бала – сағ аларҙ ың ү ҙ ҙ ә ренә һ ө йрә п ташырғ а тура килә. 1943 йылда, Ү мә р ыҙ маһ ында, йыла һ ыҙ ырып, мал аҫ ырап ятҡ ан ваҡ ытта, Баймө хә мә т бабай һ уғ ыштан ҡ аты яраланып ҡ айта. Ғ ә йшә инә й, унда ирен тә рбиә лә рлек мө мкинселектә р булмағ ас, санағ а ултыртып һ ө йрә п ауылғ а алып килә. Дарыу ү лә ндә ре эсереп, гел ү лә нгә урап, бабайҙ ы аяҡ ҡ а баҫ тыра.

- Баймө хә мә тте һ унарғ а йө рө рлө к итеп шә бә йтеп алдым, - тип ҙ ур ҡ ә нә ғ ә тлек менә н йылмайып һ ө йлә гә н була торғ айны инә й.

1947 йыл Ғ ә йшә инә й ө сө н бик фажиғ ә ле йыл була: ире, Бикташҡ а апаһ ына бура бурашырғ а китеп барғ анда, юлда һ ә лә к була, кү п тә ү тмә й, ә сә һ е лә был яҡ ты донъя менә н бә хиллә шә. Ауыр замандарҙ а бер ү ҙ енә биш баланы аяҡ ҡ а баҫ тырыуҙ ар ү ҙ е ҙ ур ҡ аһ арманлыҡ ҡ а тиң бит.

“Духтыр” инә й, Совет власы йылдарында традицион булмағ ан дауалау алымдары тыйылһ а ла, мал хаҡ ы, бала хаҡ ы, уларҙ ың гонаһ ы юҡ бит, тип кешелә ргә ярҙ амғ а ашығ ыр ине. С. ағ айҙ ың тә нен экзема баҫ а. Уны нисек шә бә йттең, ауырыуы ҡ урҡ ыныс бит тиҙ ә р уғ а:

- Мин уны ҡ улым менә н тә рбиә лә мә йем, кеше ү ҙ ен – ү ҙ е тә рбиә лә й. Тал ҡ айыры алып, уны ҡ айнатып, мунсала йыуынырғ а, ҡ атыҡ һ ыуына тоҙ һ алып сайҡ анырғ а ҡ уштым, унан май ө шкө рө п бирҙ ем. Ә Сә лимгә рә йгә ә сегә н ҡ аймаҡ ө шкө рө п бирҙ ем, - тип яуаплай.

Кеше тә рбиә лә гә ндә артыш, мә трү шкә, һ ары мә трү шкә, ҡ арағ ат япраҡ тары, бә гә нә ш, ә лморон тамыры, емеше, йә мшегә н емешен, бө рө лә рен, һ арыҡ тың эс майын, имә н бә шмә ген ҡ уллана торғ айны. Имә н бә шмә ген кү ҙ тейеү ҙ ә н быҫ ҡ ытыр ине, һ ыҙ лағ ан ерҙ ә ргә һ ө ртө ргә балауыҙ лы майҙ ы ҡ улланғ аны иҫ тә. Ә лморондо кү ҙ тейеү ҙ ә н ҡ айнатып эсерер ине, баланы ҡ ойондорорғ а һ ә йбә т, ти торғ айны.

Уғ а Абдрахман мә зин, Уйылдан мулла, Хә лил бабай:

- Ғ ә йшә килен, һ инең тының килешә бит, кеше тә рбиә лә р инең, - тигә ндә р.

- Рө хсә т алмайынса, кеше тә рбиә лә ргә ярамай, һ ә р ауырыуҙ ың ү ҙ доғ аһ ы бар, мине тө шө мдә ө йрә тә лә р, - ти торғ айны.

Ғ ә йшә инә й ә ллә ҡ асанғ ы хә л – ваҡ иғ аларҙ ы кешелә рҙ ең исемдә рен ә йтеп тороп һ ө йлә һ ә, нисек барыһ ын да хә терлә й икә н тип, беҙ аптырай торғ айныҡ.

- Мин бала саҡ та ҡ уҙ ғ алаҡ ты кү п ашаным, ул хә терҙ е яҡ шырта. Ҡ ө рьә нде лә бер – ике тапҡ ыр уҡ ыһ ам, ятлап алам, - ти торғ айны. Йә йен, ү ҙ е һ ымаҡ фронтавик ҡ атыны, Дә ғ иә инә й, менә н икә ү лә п, һ аулыҡ тарын сә лә мә тлә ндереп, май ү лә не, таҡ ыябаш, ҡ айын, йү кә япрағ ына; ҡ ом бешкә с, ҡ омғ а ятырҙ ар ине. Уның да ү ҙ ваҡ ыты була шул.

Ғ ә йшә инә йгә, Ө фө нә н бер профессор килеп, ауырыуҙ арҙ ы нисек тә рбиә лә ү е, нимә лә р ҡ улланыуы тураһ ында һ ораша. Репрессияның шауҡ ымы кешелә р аң ында уң алмаҫ лыҡ тә рә н эҙ ҡ алдырғ ан шул, ул йылдарҙ а бер йыр, таҡ маҡ ө сө н дә кешене тө рмә гә ултыртҡ андар бит. Ү ҙ ғ ү мерендә кү пте кү ргә н, кү пте кисергә н инә й бик асылып китмә й, кешелә рҙ е ө шкө рө п дауалауы тураһ ында ө ндә шмә й, тө рлө ү лә ндә р менә н дауалауы тураһ ында ғ ына ә йтә. Ауылда бик кү п балаларҙ ың кендек ә бейе лә булды Ғ ә йшә инә й. Бала – сағ аны бик ярата ине, ә киә т һ ө йлә р, кә нфиттә р таратыр, уйындар ө йрә тер ине. Һ уғ ыштан һ уң тыуғ ан кесе балалары Рамаҙ ан ағ ай, Фә йрү зә апай ү ҫ кә ндә, уларҙ ың ө йө нә н бала - сағ алар ө ҙ ө лмә не. Балаларҙ ың ө ҫ тә ре бысранһ а, ә сә йегеҙ ә рлә п ҡ уймаһ ын тип, кейемдә рен йыуып, киптереп, сә йҙ ә р эсереп ҡ айтарыр ине. Һ ыуҙ ың сауабы ҙ ур тип, ҡ ыҙ ҙ арҙ ан оло кешелә ргә һ ыу ташыта торғ айны. Ғ ә йшә инә йҙ ең:

- Кешегә яҡ шы, изгелекле булығ ыҙ. Бер рә хмә т мең бә лә нә н ҡ отҡ ара. Кешенең ә йберенә теймә геҙ. Ү лгә с, тө ймә урлаһ аң – тө ймә аша сығ ырһ ың, энә урлаһ аң – энә аша сығ ырһ ың. Ү лсә ү гә кермә, ғ ә йбә ткә кермә, етем ризығ ын ашама, шунан да ҙ ур гонаһ юҡ, -тип балаларғ а титкеп ә йтеп ултырғ аны хә терҙ ә. Ауылыбыҙ ҙ а Ғ ә йшә инә йҙ е олоһ о ла, кесеһ е лә бик яраттылар, хө рмә т иттелә р. Ул тормош тә жрибә һ ен ү ҙ енә н йә шерә ктә р менә н уртаҡ лашып, хә ленә н килгә нсе ө йрә теп ҡ алдырырғ а тырышты.

Уйлайым да, хайран ҡ алам: шул тиклем дә кө слө ихтиярлы кеше булғ ан икә н ул Ғ ә йшә инә й. Һ уғ ыш ваҡ ытында аслыҡ та ла ураҙ аларын ҡ алдырмай, ә се ҡ атыҡ эсеп, билен һ ығ а быуып, план – нормаларын да ү тә гә н, хатта кә бә н һ алғ анда, бү ҫ ере килеп сығ ып, яулыҡ менә н эсен бә йлә п йө рө гә н. Ғ ә йшә инә й тик ултырырғ а яратманы, хә рә кә ттә бә рә кә т тип, гел йә йә ү йө рө нө. Ни хә тлем ауыр эштә рҙ ә эшлә һ ә лә, шө кө р, 88 йә ш йә шә не инә йебеҙ.

Йә нә ике бала ә сә һ е Дауытова Дә ғ иә инә й (Зә лифә, Ә ҡ сә н), дү рт бала ә сә һ е Ә хмә това Золхия инә й (Фазулла, Ғ ә лиә, Ғ ә лимә, Бибинур), дү рт бала ә сә һ е Хә литова Ғ ә йниямал инә й (Ә бделхай, Рафиҡ, Миң зифа, Шә мсинур), ө с бала ә сә һ е Йә нғ ә лина Фатима инә й (Зә йниғ ә ли, Фә тиха, Кә римә), дү рт бала ә сә һ е Ишбаева Миң һ ылыу инә й (Гө лбаныу, Исхаҡ, Исламғ ол, Клара, бер туғ ан ҡ устыһ ы Таштимерҙ е лә ҡ арап ү ҫ терә), дү рт бала ә сә һ е Аҫ ылғ ужина Фатима инә й (Сә ғ иҙ улла, Сә йфитдин, Кә бирә, Шә рә фитдин. Ире һ уғ ыштан һ уң икенсе ҡ атынғ а ө йлә нә), дү рт бала ә сә һ е Биккинина Миң лебикә инә й (Нурия, Ғ ә лимйә н, Сабира, Фә нирә.

Ире һ уғ ыштан һ уң икенсе ҡ атынғ а ө йлә нә), ө с бала ә сә һ е Дилмө хә мә това Хә лимә инә й (Йә милә, Ә минә, Ә нү ә р. Инә й һ уғ ыштан һ уң тормошҡ а сығ а), Йә ғ ә фә рова Йомаһ олтан инә й - улар һ ә р береһ е ҡ абатланмаҫ гү зә л сә скә.

Ауылымдың йө ҙ ҙ ә ренә н нур сә селеп торғ ан матур инә йҙ ә ре бер - бер артлы кү ҙ алдымдан теҙ елеп ү тә лә р. Инә йҙ ә рем, ни хә тлем ауырлыҡ тар, юғ алтыуҙ ар, ҡ айғ ы – хә срә ттә р кисерһ ә лә р ҙ ә, бошоноп, тө шө нкө лө ккә бирелеп йө рө мә нелә р, ғ аилә усағ ын һ ыуытмай, балаларын бынамын тигә н итеп ү ҫ тереп, аяҡ ҡ а баҫ тырғ андар. “Бер мин генә тү гел ауырлыҡ тар кисергә н, заманаһ ы шулай ине, бө тә беҙ гә лә ҡ ыйын булды, ”- тип ә йтерҙ ә р ине улар. Исемдә ре мө хә ббә ткә тоғ ролоҡ, сыҙ амлыҡ, сабырлыҡ символы булып, алтын хә рефтә р менә н һ ә йкә лдә ргә яҙ ып ҡ уйырлыҡ бит. Улар бө тә һ е лә ә ҙ ә плелектең, һ ылыулыҡ тың, эшһ ө йә рлектең ү ҙ е ине.

Инә йҙ ә ремдең дауамдары, ейә н – ейә нсә рҙ ә ре, бү лә р – бү лә сә рҙ ә ре ү ҙ ҙ ә ренең кем балалары икә нлектә рен онотмаһ ындар, олатай - ө лә сә йҙ ә ренең, ата - ә сә лә ренең тормошонан фә һ ем алып, хә ҙ ерге заман йә шә йешебеҙ ҙ ең кире кү ренештә ренә бирешмә й, бө тә һ е лә матур итеп, донъяны йә млә п йә шә һ ендә р ине. Беҙ ҙ ең бейек – бейек тауҙ арыбыҙ, ғ орур бө ркө ттә р тө йә ге - текә ҡ аяларыбыҙ, ҡ уйы ҡ алын урмандарыбыҙ, кү ҙ ҙ ә рҙ е ҡ амаштырырлыҡ, аллы – гө ллө сихри сә скә ле яландарыбыҙ, болондарыбыҙ, йырсы гә лсә р шишмә лә ребеҙ, шаян тулҡ ындарын таштар ө ҫ тө нә н иркә лә теп кенә ярыштырып, уйнатып аҡ ҡ ан Нө гө шө бө ҙ ауылыбыҙ ҙ ың яугир ҡ урайсылары Йә нғ ә лин Ә бделғ ә ни, Ә минев Яхъя, Ә минев Зекерия, Ә минев Кә лимулла, Хә литов Ә бдрахман, Ғ ә битов Зә кир бабайҙ арҙ ың һ ағ ышлы ҡ урай моң дарын һ аҡ лайҙ ар. Зә ң гә р кү ктә ребеҙ ҙ е иң лә п, ҡ анаттарын талғ ын ғ ына елпеп осҡ ан ҡ ыйғ ыр бө ркө ттә р ҡ анлы яуҙ ан иҫ ә н – һ ау ә йлә неп ҡ айта алмағ ан олатай – бабайҙ арыбыҙ ҙ ың рухтарын хә терлә тә лә р. Беҙ ҙ ең тыуғ ан еребеҙ ғ ү мер буйҙ арына яң ғ ыҙ лыҡ тың ә се, ауыр йө гө н татып, ирҙ ә рен ө ҙ ө лө п һ ағ ынып, һ ығ ылып ҡ ына илағ ан инә йҙ ә ребеҙ ҙ ең ҡ айнар кү ҙ йә штә ре менә н һ уғ арылғ ан. Был ерҙ ә рҙ ә ә сә лә ре менә н бер рә ттә н дошманды ең ә беҙ тип, кө нө - тө нө ал – ял белмә й эшлә п йө рө гә н һ уғ ыш балалары- йә н яраларының ялан аяҡ эҙ ҙ ә ре ҡ алғ ан. Был ер беҙ гә шундай ҡ ә ҙ ерле, изге. Ерҙ ә ребеҙ гә сит - яттар муйындарын һ оноп, яҫ ҡ анмаһ ындар, уларҙ ың ауаздары, моң дары яң ғ ырарғ а тейеш тү гел беҙ ҙ ең йә нтө йә гебеҙ ҙ ә. Йә ш быуын, олатай - ө лә сә йҙ ә рҙ ең рухын рә нйетмә й, тыуғ ан ерен, туғ ан телен, халҡ ыбыҙ ҙ ың ғ ө рө ф – ғ ә ҙ ә ттә рен, йолаларын, ү ҙ ҙ ә ренең булмыштарын һ аҡ лап, матур – матур балалар ү ҫ тереп, ошо ерҙ ә мә ң ге хужа булып йә шә ргә бурыслы.

 

Шә һ ү рә Ә хмә ҙ иева.

Учалы районы.

 

 

 

Бикишева Мә ғ рифә инә й.

 

 

Ә минева Алмабикә инә й яҡ ындары менә н.






© 2023 :: MyLektsii.ru :: Мои Лекции
Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав.
Копирование текстов разрешено только с указанием индексируемой ссылки на источник.